Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
17 Ноябрь 2021, 05:59

Прививканан һуң коронавирус менән сирләгәндәрҙең QR-кодын ғәмәлдән сыға

Әгәр кеше прививканы эшләткәндән һуң ауырыһа, вакцинация тураһында QR-кодтың ҡалған ваҡыты юҡҡа сығарыла.

Прививканан һуң коронавирус менән сирләгәндәрҙең QR-кодын ғәмәлдән сығаПрививканан һуң коронавирус менән сирләгәндәрҙең QR-кодын ғәмәлдән сыға
Прививканан һуң коронавирус менән сирләгәндәрҙең QR-кодын ғәмәлдән сыға

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының вакцинация сертификатының яңы формаһы тураһында бойороғо баҫылған.

Документта билдәләнеүенсә, QR-код прививканан һуң — бер йыл, ә сирләгәндән һуң ярты йыл ғәмәлдә була. Әгәр прививка яһатҡан кешелә коронавирус асыҡланһа, уның вакцинация хаҡында һанлы пропускы юҡҡа сығарыла, ярты йылға ғына иҫәпләнгән QR-код эшләй башлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, граждандар дауаханала йәки күп функциялы үҙәктә вакцинация йәки сирҙе үткәреү, прививка яһатырға ярамауы тураһында белешмә алырға мөмкин. Дәүләт хеҙмәттәре порталында документтың электрон версияһы бар.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас