Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
18 Ноябрь 2021, 08:51

Башҡортостанға 19 мең дозаға яҡын «Спутник Лайт» килтерелде

Республикаға 18 600 доза «Спутник Лайт» вакцинаһы килтерелде. Өфөлә прививканы ниндәй пункттарҙа алырға мөмкин икәнен махсус телеграм-бот ярҙамында белергә була. «Спутник Лайт» — бер компонентлы вакцина. Уны бер тапҡыр ғына яһатырға кәрәк. Быға тиклем «Спутник Лайт» прививкаһынан һуң шунда уҡ вакцинация тураһында сертификат алырға мөмкин булһа, хәҙер иһә QR-код ғәмәлгә ингәнен 21 көн көтөргә кәрәк.

Башҡортостанға 19 мең дозаға яҡын «Спутник Лайт» килтерелдеБашҡортостанға 19 мең дозаға яҡын «Спутник Лайт» килтерелде
Башҡортостанға 19 мең дозаға яҡын «Спутник Лайт» килтерелде

Әйткәндәй, Lancet халыҡ-ара медицина журналы илебеҙҙә етештерелгән «Спутник Лайт» вакцинаһын хәүефһеҙ тип таныны һәм уны ревакцинация өсөн файҙаланырға тәҡдим итте.

Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанға COVID-19-ҙы иҫкәртеү өсөн 2 330 558 доза вакцина килтерелгән. Уның беренсе компонентын 1 839 591 кеше алған (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 74%), ә 1 549 469 кеше коронавирустан вакцинацияны тулыһынса тамамлаған (62,4%). 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас