Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
22 Ноябрь 2021, 08:56

113 кешенең хәле ауыр

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 675 осрағы асыҡланған. Республикала бөтәһе 101 мең яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр теркәлгән, тип хәбәр итте вице-премьер — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

113 кешенең хәле ауыр113 кешенең хәле ауыр
113 кешенең хәле ауыр

«Ошо ваҡыт эсендә сирлеләрҙең дөйөм һанынан 89 проценты, йәғни 90 меңгә яҡын кеше һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә иһә 666 пациент. Ете меңдән ашыу кеше — өйҙә, 637 ауырыу стационарҙа дауалана (113-ө ауыр хәлдә)», — тине Максим Забелин.

Уның һүҙҙәренсә, инфекция госпиталдәрендә коронавирусты дауалау өсөн 4 мең урын әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта шуларҙың 22 проценты буш.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас