Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
16 Декабрь 2021, 09:10

Республикаға үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы килтерелә

Тиҙҙән Башҡортостанға 12-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы килтерелә, тип хәбәр итте хөкүмәт вице-премьеры — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ултырышында.

Республикаға үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы килтереләРеспубликаға үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы килтерелә
Республикаға үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы килтерелә

Быйылғы йыл аҙағында уҡ Рәсәйҙә үҫмерҙәргә прививка яһау башлана.

Үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән «Спутник М» препараты «Спутник V» вакцинаһы нигеҙендә эшләнгән, шулай уҡ ике компоненттан тора. Икенсеһен 21 көндән һуң яһатырға кәрәк. 15 йәшкә тиклемге балаларға прививка ата-әсәләрҙең йәки бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәренең ризалығы, балаға 15 йәш тулһа, уның үҙ ризалығы менән эшләнә.

Максим Забелин республикала өлкән йәштәгеләрҙе прививкалауҙың план күрһәткесе тураһында ла әйтте. Ул 80% —  2 484 667 кеше тәшкил итә. Республикаға Рәсәйҙә теркәлгән 2,74 миллион дозанан ашыу вакцина килтерелгән, тип хәбәр итте вице-премьер.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас