Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Сәләмәтлек
23 Декабрь 2021, 13:30

Радий Хәбиров: «Балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлөшөн контролдә тотам»

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика балалар гематология һәм онкология үҙәген төҙөү барышы менән танышты. 

Радий Хәбиров: «Балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлөшөн контролдә тотам»Радий Хәбиров: «Балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлөшөн контролдә тотам»
Радий Хәбиров: «Балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлөшөн контролдә тотам»

Объект Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә урынлашты. Үҙәк Г хәрефе рәүешле ете ҡатлы бинанан тора, хирургия корпусына төкәтеп һалына, майҙаны – 17,7 мең квадрат метр. Проектта ун урынлыҡ көндөҙгө стационар, ун урынлыҡ иммунология блогы, һәр береһе 31 койкалыҡ онкология һәм гематология, реанимация һәм ете урынлыҡ интенсив терапия, алты койкалыҡ елек майын күсереү бүлексәләре, операция блогы һәм криоһаҡлағыс бар. Үҙәк милли проект сиктәрендә төҙөлә, уның хаҡы 1,5 миллиард һумға баһалана.

Хөкүмәт вице-премьеры, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, яңы үҙәктә онкология, гематология, елек майын күсереү һәм интенсив терапия, радиология тикшереүҙәре бүлексәләре, амбулатор-диагностика бүлеге, лабораториялар асыла. Йыл һайын беҙҙең республикала ғына табиптар 17 йәшкә тиклемге балаларҙа 130-ға яҡын яман шеш осрағын асыҡлай. Башҡортостанда бөтәһе 850-нән ашыу бала диспансер күҙәтеүенә алынған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкология һәм гематология үҙәге төҙөлөшө подрядсыларҙы конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыусыларҙың ялыу яҙыуы сәбәпле кисектерелеп килде. Тендерҙа ҡатнашыусыларҙың береһе судҡа мөрәжәғәт иткән, һуңынан Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт тикшереү үткәргән.

Балалар гематология үҙәге 2023 йылда сафҡа индерелергә тейеш, ул республикабыҙға бик кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙ ошо суд низағтары арҡаһында бер йылды юғалттыҡ. Төҙөлөш барышын үҙем контролдә тотормон», – тине Башҡортостан Башлығы.

Башинформ.

Радий Хәбиров: «Балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлөшөн контролдә тотам»
Радий Хәбиров: «Балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлөшөн контролдә тотам»
Автор:
Читайте нас