Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
24 Декабрь 2021, 04:00

Путин: Рәсәйҙә ковидҡа коллектив иммунитет кимәле – 59,4%

Илдә бөтәһе 70 миллиондан ашыу кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан.

Путин: Рәсәйҙә ковидҡа коллектив иммунитет кимәле – 59,4%Путин: Рәсәйҙә ковидҡа коллектив иммунитет кимәле – 59,4%
Путин: Рәсәйҙә ковидҡа коллектив иммунитет кимәле – 59,4%

Рәсәйҙә ковидҡа коллектив иммунитет кимәле 59,4% еткән. Бөгөн журналистар менән ҙур матбуғат конференцияһында президент Владимир Путин «Интерфакс» агентлығынан журналистика ветераны Вячеслав Тереховтың вакцинация тураһында һорауына шулай тип яуап бирҙе.

Уның һүҙҙәренсә, 59,4% – ауырыған һәм прививка эшләткән рәсәйҙәрҙең дөйөм иммунитеты.

«Илдә 70 миллиондан ашыу кеше вакцина алған. Әммә был ғына етмәй, беҙҙә коллектив иммунитет кимәле 80% булырға тейеш», – тип билдәләне дәүләт башлығы.

2022 йылдың беренсе кварталы аҙағында йәки 2022 йылдың икенсе кварталында ошо күрһәткескә өлгәшербеҙ, тигән ышанысын белдерҙе ул. 

Башҡортостанда әлеге ваҡытта халыҡтың 60% ашыуына прививка яһалған. Ауырығандарҙы ла иҫәпкә алып, республикала коллектив иммунитет 70% яҡынлашып килә.

#Путин

Башинформ.

Автор:
Читайте нас