Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
12 Ғинуар 2022, 13:33

Грипмы әллә ковидмы – нисек айырырға?

Кешелек бына хәҙер ике йыл инде коронавирус тигән зәхмәт менән көрәшә. Ул ғына ла түгел, яҙлы-көҙлө маҙаға тейеп аптыратҡан ОРВИ (киҫкен респиратор вирус инфекцияһы) менән оҡшаш биләдәләре лә хәлде ҡатмарлаштыра. Көндәр һалҡынайыу менән сөскөрөп йәки йүткереп йөрөүселәр ҙә күбәйә. Ә шулай ҙа ябай һалҡын тейеү менән коронавирусты нисек айырырға һуң? Ошо һорауға яуап эҙләп, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ район-ара филиалы табипэпидемиологы Валентина Никандровна Даниловаға мөрәжәғәт иттек. Түбәндә табип менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

Грипмы әллә ковидмы – нисек айырырға?Грипмы әллә ковидмы – нисек айырырға?
Грипмы әллә ковидмы – нисек айырырға?

– COVID-19 менән грипп араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

 – Әлеге COVID19 пандемияһы – SARS-Cov-2 вирусынан ҡуҙғытылған коронавирус инфекцияһы, ул β-коронавирус төрөнә ҡарай. Башта терминдарҙы асыҡлайыҡ: SARSCoV-2 коронавирусынан ҡуҙғытылған коронавирус инфекцияһы (COVID-19) – был киҫкен респиратор вирус инфекцияһының айырым осрағы. Грипп та шулай уҡ киҫкен респиратор вирус инфекцияһы булып тора. Был ике инфекция ла бер төрлө юл менән йоға. Һау кешегә ауырыуҙан һауа аша күсә. Йәғни эргәгеҙҙә йүткергән йәиһә сөскөргән кеше булһа, сирҙе йоҡтороу бер ни тормай. Шулай уҡ ауырыу кеше менән яҡындан аралашҡанда һәм вируслы әйбер аша ла йоғоуы ихтимал.

– Зарарланыу барышы (юлдары) тураһында аңлатығыҙ әле?

 – Киҫкен респиратор-вируслы инфекциялар осрағында ауырыу кеше йәки вирусты йөрөтөүсе инфекция сығанағы була. Башта әйтеп үткәнемсә, инфекция һөйләшкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә һәм тын алғанда һауа аша йоға. Киҫкен респиратор–вируслы инфекцияларға ҡыҫҡа инкубацион осор хас. Ауырыу йоҡҡандан алып клиник билдәләр барлыҡҡа килгәнсе 12-48 сәғәт ваҡыт үтә.

– Ауырыу йоҡҡанлығы нисек беленә?

 – Киҙеү тәүге тәүлектәрҙә интоксикацияланыу билдәләре менән киҫкен башланып китә: температура (38-40 градусҡаса) күтәрелә, ныҡ итеп баш ауырта, һөйәктәр, быуындар һыҙлай, хәлһеҙлек, арығанлыҡ күҙәтелә. Ауырый башлағандың 2-3- сө тәүлегенә тымау, ҡоролай йүткереү башлана. Киҙеү менән ауырыған кеше үҙен ныҡ насар тоя, шунлыҡтан ул 3–7 көн дауамында түшәктә ятырға ла мәжбүр.

 – Был ике вирустың уртаҡ яҡтары тураһында ентекләберәк һөйләп үтегеҙ әле. Ә шулай ҙа уларҙың айырмаһы ла барҙыр һәм ул нимәлә?

– Был инфекцияларҙың билдәләре ныҡ оҡшаш, улар икеһе лә вирус, әммә улар икеһе ике төрлө. Еңелсә ауырыған хәлдә гриптың да, коронавирустың да билдәләре күренмәҫкә мөмкин. Ә инде ҡаты ауырыған осраҡта үлем менән тамамланыуы ихтимал.

Ике инфекцияла ла биҙгәк тотоу, йүтәлләү, тын ҡыҫылыу, баш һәм тоташ тән ауыртыу, хәлһеҙлек, тымаулау, ҡайһы берҙә эс китеү кеүек билдәләр күҙәтелә.

COVID-19 ҙа, грипп та еңел һәм ауыр формала үтергә мөмкин, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа үлемгә дусар итеүе ихтимал. Ике инфекция ла вируслы пневмонияға килтереүе бар.

Нисек кенә булмаһын, грипп һәм COVID-19 – икеһе лә бөтөнләй төрлө инфекциялар, уларҙың ҡуҙғытыусылары ла, клиникаһы ла төрлө.

 Грипп бик тиҙ үрсеүсән һәм уның билдәләре лә тиҙ генә күренә. Гриптың инкубация ваҡыты бернисә сәғәттән алып бер-ике көнгә тиклем булыуы мөмкин. Был вирусты йоҡтороусылар тирә-яҡтағылар өсөн тәүге өс-биш көндә хәүеф тыуҙыра.

COVID-19-ҙың инкубация осоро күпкә оҙағыраҡ. Ул дүрт көндән алты көнгә тиклем һуҙыла. Хәйер, унан ҡыҫҡараҡ йәки оҙағыраҡ та булырға мөмкин.

Коронавирусты асыҡлауы ҡыйыныраҡ. Ни өсөн тигәндә, был зәхмәтте йоҡтороусы ауырыуҙың билдәләре барлыҡҡа килгәнсе үк, бер көндән дүрт көнгә тиклем алда уҡ вирус тарала башлай. Шуға ла эпидемиологтар ауырыу кешеләрҙән дә, һау кешеләрҙән дә битлек кейеп йөрөүҙе талап итә.

 SARS-CoV-2 менән ҡабаттан ауырып китеү мөмкинлеге күпкә ҙурыраҡ.

 Ковид эләктереүсе кәмендә икеөс кешене зарарлауы ихтимал.

 Әммә грипҡа ла еңел ҡарарға ярамай. Ер шарында йыл һайын был вирус арҡаһында 650 мең кеше һәләк була. Шулай ҙа был йәһәттән ковид мәкерлерәк (зәһәрерәк).

 Статистик мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус менән ауырығандарҙың 15 процентында сирҙең ауыр формаһы асыҡлана. Бындай осраҡта йыш ҡына үпкәне яһалма “һулатырға” мәжбүрҙәр.

– Вирус айырыуса кемдәргә хәүеф янай? Киҙеү нимәһе менән ҡурҡыныс?

– COVID-19 күбеһенсә өлкән йәштәгеләр һәм хроник ауырыуы булған кешеләргә йоға. Грипп ваҡытында иһә был категорияға балалар ҙа инә. Һуңғы ваҡытта асыҡланыуынса, коронавирус та, грипп һымаҡ уҡ, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡурҡыныс тыуҙыра.

Өҙлөгөү арҡаһында пневмония, ҡолаҡтар шешеүе; йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үҙәк нервы системалары зарарланыуы; бәләкәй балаларҙа – тамаҡ шешеүе мөмкин. Киҙеү организмды хәлһеҙләндерә. Айырыуса ул бәләкәй балалар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн хәүефле.

 – Киҙеүҙән нисек һаҡланырға? Ғөмүмән, профилактикалау буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– Респиратор инфекциялар йоҡтормаҫ өсөн иң беренсе битлек кейеп йөрөү һорала. Шулай уҡ ҡулдарҙы тейешенсә һабынлап йыуып, кеше күп йөрөй торған урындарҙан тыйылып тороу ҙа ыңғай һөҙөмтәләр бирә.

Киҙеү һәм киҫкен респиратор – вируслы инфекцияға ҡаршы көрәштә елләтеү, бүлмәләрҙе таҙа тотоу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү кеүек дөйөм гигиена саралары ҙур роль уйнай. Ауырыуҙың ныҡ таралған осоронда күп кеше йыйылған сараларға бармау тәҡдим ителә.

 Өйөгөҙҙә киҙеү менән ауырыусы булған хәлдә:

 – ауырыуҙы башҡаларҙан айырым бүлмәлә урынлаштырырға;

– өйгә табипты саҡырырға;

– айырым һауыт-һаба бирергә;

– көн дауамында 5-6 тапҡыр бүлмәләрҙе йыш елләтергә һәм йыйыштырырға;

– ауырыуҙың таҫтамалын, ҡулъяулыҡтарын ҡайнар һыу менән йыуырғаға, йә иһә уларҙы йыуғандан һуң ике яҡлап үтекләргә;

– ауырыуҙы тәрбиәләгәндә дүрт ҡатлы марлялы битлек кейергә.

Түбәндәге анализдарҙы тапшырып коронавирусты гриптан айырырға була:

  1. ПЦР-тикшеренеү. Ауырыуҙың тамаҡ ҡыуышлығынан һәм танауынан мазок, бүтән биологик шыйыҡса – ҡан, ҡаҡырыҡ, ҡурылдайҙарҙан алынған бүлендек алырға кәрәк. Алынған материал лаборатор шарттарҙа өйрәнелә, белгестәр унан вирус күҙәнәктәрен эҙләй. Анализ бер көн эсендә әҙер була.
  2. Иммуноглобулинға тест тапшырыу ҡанда антиесемдәр бармы-юҡмы икәнен билдәләргә мөмкинлек бирә.

Инфекцияны профилактикалауҙа иң мөһим һәм эффектлы алым – вакцина яһау. Коронавирус инфекцияһынан да, гриптан да прививка яһатыусылар ауырыҙы еңелерәк үткәрә.

 Әлеге ваҡытта Рәсәй буйынса коронавирус инфекцияһынан бушлай вакцина яһау бара. Граждандар өсөн Рәсәй ғалимдары әҙерләгән дүрт төрлө вакцина бар, шулай уҡ гриптан да бушлай вакциналар яһатырға мөмкин. Һис икеләнмәйенсә прививка яһатырға ғына кәрәк!

Роза САФИНА әңгәмәләште.

Грипмы әллә ковидмы – нисек айырырға?
Грипмы әллә ковидмы – нисек айырырға?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас