

Был алдағы көнгә ҡарағанда 10,15 процентҡа күберәк. Коронавирус менән ауырыусылар һаны хәҙер 11 315 801 еткән, тип белдерҙеләр коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штабынан. Иң күп ауырыусылар һаны - Мәскәүҙә, унан Санкт-Петербургта. Бер тәүлек эсендә 657 кеше вафат булған.
Эксперттар сир үҫешен “омикрон” штамы таралыуы менән бәйләй. Вирусологтар әйтеүенсә, ул коронавирустың башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда күпкә йоғошлораҡ.
Әле һәр ил эпидемиологик хәлдең көсәйеүенә юл ҡуймау өсөн төрлө юлдар эҙләй, алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, Ҡытай 4 февралдә башланасаҡ Ҡышҡы Олимпиадала коронавирус пландарҙы боҙмаһын өсөн бөтә сараларҙы күрә.
Ҡытайҙа тәртиптең ҡаты икәне һәр кемгә билдәле. 15 ғинуарҙа офис бинаһында яңы штамм йоҡторған берәүҙе асыҡлау менән бинаны мисәтләп ябып та ҡуйғандар. Офиста булған һәр кемгә ковидҡа тест бирергә ҡушылған. Барыһы ла бинаға ябылған, төндәрҙе һәйбәт үткәреү өсөн юрған-мендәрҙәр килтерелгән. Уларҙың офиста күпме йәшәйәсәге билдәһеҙ. Бына шундай сиккә еткерҙе пандемия.
Һәр хәлдә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, беҙҙең ышаныслы ярҙамсыбыҙ бар, ул – вакцина.