

«Төп тема — амбулатор ярҙам, ПЦР һәм ауырығанлыҡ ҡағыҙын дистанцион асыу тураһында үтенестәр, — тине Римма Үтәшева. — ПЦР раҫланмаған икән, табип ҡарағандан һуң ғына эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асырға мөмкин, тип аңлатабыҙ. ПЦР раҫланған осраҡта иһә дистанцион рәүештә, участка табибы бәйләнешкә инә».
Хәҙер Ковидҡа ҡаршы кол-үҙәк хеҙмәткәрҙәре лә күберәк. Элек улар 11 булһа, әлеге ваҡытта унда 47 оператор эшләй, улар — студенттар, ординаторҙар, Хеҙмәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
«Поликлиникаларға мөмкин булғанса ярҙам күрһәтә алырбыҙ. Үҙәк көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй, ял көнө юҡ, телефон: 218-19-19. Көндөҙгө сәғәт 12-гә үк 3 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә», — тине Римма Әмир ҡыҙы.
Иң мөһиме, кешеләр ситуация үҙәгенә шылтыратып яуап алһын, тип билдәләне Радий Хәбиров. Кәрәк икән, хеҙмәткәрҙәрҙе тағы ла арттырырға мөмкин. Хәҙер был бик мөһим, тине республика етәксеһе.
Башинформ.