Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
2 Февраль 2022, 06:30

Балаларҙы түңәрәктәргә, секцияларға һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөтмәү хәйерле

Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫҡа. Тап шуның өсөн Роспотребнадзорҙың республика идаралығы башлығы Анна Казак Башҡортостанда йәшәүселәрҙән балаларҙы түңәрәктәргә, секцияларға һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөтмәүҙәрен һораны. Был карантинда ултырған бәлиғ булмағандарға ҡағыла.

Балаларҙы түңәрәктәргә, секцияларға һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөтмәү хәйерлеБалаларҙы түңәрәктәргә, секцияларға һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөтмәү хәйерле
Балаларҙы түңәрәктәргә, секцияларға һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөтмәү хәйерле

«Республикала кластарҙы һәм мәктәптәрҙе ябыу кеүек карантин саралары етерлек, ләкин ата-әсәләргә балаларҙың өҫтәмә белем биреү учреждениеларына, түңәрәктәргә, секцияларға йөрөүенә юл ҡуйырға ярамай тип әйтке килә. Ата-әсәләрҙе бына шуға иғтибар итергә саҡырырға кәрәк», —  тине Анна Казак республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ике меңдән ашыу класс COVID-19 буйынса карантинда. Өфөлә 21 мәктәп дистанциялы уҡытыуға күсерелде.

Башинформ.

Балаларҙы түңәрәктәргә, секцияларға һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөтмәү хәйерле
Балаларҙы түңәрәктәргә, секцияларға һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөтмәү хәйерле
Автор:
Читайте нас