

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, кисә республикала 982 кешелә ошо мәкерле сир асыҡланған.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 134,3 меңгә яҡын сирле теркәлгән.
«Әле 233 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың яртыһынан ашыуы — өлкән йәштәгеләр, 42-һе ауыр хәлдә. Ете меңдән ашыу кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 4,9 меңгә яҡыны — 60 йәштән өлкәндәр», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһынан 18 кеше үлгән. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 4,8 меңгә яҡын кеше COVID-19 ҡорбаны булған. Уларҙың 4,1 меңдән ашыуы өлкәндәр — ололар.
Башинформ.