Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
3 Февраль 2022, 09:00

Республикала «омикрондың» тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө асыҡланды

Рәсәй Федерацияһында омикрон-штамдың ВА.2 төрөн йоҡтороу осраҡтары асыҡланған, тип хәбәр итте Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советында.

Республикала «омикрондың» тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө асыҡландыРеспубликала «омикрондың» тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө асыҡланды
Республикала «омикрондың» тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө асыҡланды

«Рәсәйҙә ВА.3 линияһы асыҡланмаған, ВА.2 линияһына ҡараған күпселек осраҡтар Мәскәүҙә, Марий Эл Республикаһында, Ростов өлкәһендә һәм Башҡортостан Республикаһында теркәлгән», — тине ул.
Анна Попова әйтеүенсә, бер нисә илдәге мәғлүмәттәр был төрҙөң тағы ла нығыраҡ йоғошло булыуы хаҡында һөйләй.

Вакцинация сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы булып ҡала. Рәсәй ҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һүҙҙәренсә, ковид менән сирлеләр араһында вакцина яһатҡандар дүрт проценттан артмай, ауыр осраҡтар бик аҙ, стационарҙағы пациенттарҙың күбеһенең прививкаһы юҡ.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас