

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә 2534 студент һәм ординатор ҡатнаша.
Республиканың дауаханаларында табип, табип-стажер, кесе һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәре сафында 1465 ординатор һәм 821 студент тир түгә. 413 ординатор беренсе звенола, ә 896 кеше стационарҙарҙа, 141 кеше ковид-госпиталдәрҙә, 15 кеше "Ашығыс ярҙам" станцияларында эшләй.
Биш ординатор Ишембай ҡалаһына ебәрелгән. Студенттар араһында 76 кеше - беренсе звенола, 654 студент - стационарҙарҙа, 38 студент - ковид-госпиталдәрҙә, "Тиҙ ярҙам"да 38 кеше эшләй.
Башҡортостан Республикаһының йоғошло ауырыуҙар госпиталендәге реанимация-анестезиология бүлектәренә 74 ординатор ебәрелгән.
Дауалау факультетының 1-се курсынан - 633, 5-се курсынан 485, педиатрия факультетының 5-се курсынан 341 студент, республиканың район-ҡалаларында 507 ординатор практик эшмәкәрлек алып бара.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн махсус рәүештә доцент А. Р. Ғәлимова етәкселегендә бригада төҙөлгән.
Медик-профилактик эш йүнәлеше буйынса уҡыған 126 студент, стоматология факультетынан 129 студент ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә ебәрелгән, ә медик-профилактик йүнәлешенең 43 студенты МО лабораторияларында эшләй. 108 студент-ирекмән Өфөнөң вакцинация пункттарында ярҙам итә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һорауы нигеҙендә БДМУ-ның 10 мультидисциплина бригадаһы төҙөлгән, улар төрлө нөктәләргә йөрөй. БДМУ клиникаһының 200 табибы республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына консультатив-методик ярҙам күрһәтә.
Башҡортостандың төрлө һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында эшләү өсөн 300 кешенән торған 6 мультидисциплина бригадаһы булдырылған.
bashgazet.ru
Фото Башинформ.