

«Эйе, ауырыуҙы үткәреү хаҡында сертификат бирелә», — тине Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Алексей Кузнецов.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы ярҙамсыһы әйтеүенсә, әгәр экспресс-тест өйҙә үҙаллы яһалһа һәм ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, «122» ҡыҙыу линияһына йәки поликлиниканың кол-үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң пациентҡа диагнозды раҫлау һәм экспресс йәки ПЦР-тест эшләү өсөн медицина хеҙмәткәре килергә мөмкин.
«Яңы коронавирус инфекцияһы» диагнозын ҡуйыу өсөн медицина ойошмаһында йәки лабораторияла эшләнгән экспресс-тест һөҙөмтәләре иҫәпкә алынырға мөмкин», — тине Кузнецов. Был осраҡта ПЦР-тест мотлаҡ түгел, тип өҫтәне ул.
«ОРВИ-ҙың тәүге билдәләре беленеү менән дистанцион медицина консультацияһы һөҙөмтәләре буйынса ете көнгә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алырға була, бының өсөн тест һөҙөмтәләре талап ителмәй», — тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Башинформ.