Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
17 Февраль 2022, 04:55

Башҡортостанда 2 277 миллион кеше вакцинацияны тамамланы

Башҡортостанда 2 277 миллиондан ашыу кеше коронавирустан вакцинацияны тамамлаған. Был — прививка яһатырға тейешле халыҡтың 91,7 проценты, тип белдерҙеләр республикиның Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Башҡортостанда 2 277 миллион кеше вакцинацияны тамамланыБашҡортостанда 2 277 миллион кеше вакцинацияны тамамланы
Башҡортостанда 2 277 миллион кеше вакцинацияны тамамланы

«Коронавирусҡа ҡаршы» вакцинаның беренсе компонетын 2,427 миллионға яҡын кеше алған, йәғни халыҡтың 97,7 проценты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала бөтәһе 2,485 миллион кешене прививкалау планлаштырыла. Һуңғы тәүлектә генә 10 меңгә яҡын кеше прививка эшләткән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 4 105 осрағы теркәлгән — пандемия осоронда яңы максимум. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 172,8 мең самаһы сирле асыҡланған.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас