Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
21 Февраль 2022, 06:21

Табип-инфекционист Рәсәйҙә коллектив иммунитеттың 80% етеүе хаҡында белдерҙе

Коронавирустың S-аҡһымына антиесемдәргә бер нисә миллион лаборатор тикшеренеү мәғлүмәттәре илдә коллектив иммунитет кимәленең 80% етеүен раҫлай. Был турала РИА Новости агентлығына табип-инфекционист Андрей Поздняков хәбәр итте.

Табип-инфекционист Рәсәйҙә коллектив иммунитеттың 80% етеүе хаҡында белдерҙеТабип-инфекционист Рәсәйҙә коллектив иммунитеттың 80% етеүе хаҡында белдерҙе
Табип-инфекционист Рәсәйҙә коллектив иммунитеттың 80% етеүе хаҡында белдерҙе

Лаборатория 2020 йылдың 18 майынан рәсәйҙәрҙә антиесемдәр булыуын иҫәпләй, әлеге ваҡытҡа 4,2 миллиондан ашыу тикшереү уҙғарылған.

«Илдә 80% халыҡ кеше теге йәки был ысул менән коронавирустан прививка эшләткән, йә ауырыған, һәр хәлдә лә, антиесемдәре бар», — тип билдәләне Андрей Поздняков.

Рәсәйҙәрҙең күпселеге «омикрон» менән сирләй, ләкин шул уҡ ваҡытта уларҙың бик аҙҙары ғына стационарҙа дауалана, үлем осраҡтары аҙ, тип раҫланы ул.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас