

Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина ошо турала белдерҙе. Ведомство мәғлүмәте буйынса, 22 февралгә республикала 199 169 сир йоҡтороу осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә 4302 яңы осраҡ өҫтәлгән.
«Өфөлә 74 137 коронавирус инфекцияһы осрағы асыҡланған. 100 мең халыҡҡа ауырыу күрһәткесе — 6552,7, һуңғы тәүлектә 1889 осраҡҡа артҡан», — тип билдәләне Галина Пермина.
Икенсе аҙна инде киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән ауырыуҙарҙың кәмеүе күҙәтелә — күрһәткестәр 34% кәмегән, тип хәбәр итте ул. Галина Пермина һүҙҙәренсә, дауахананан тыш пневмония осраҡтары ла 17 процентҡа аҙайған.
Башинформ.
Фото яндекс.