Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Март 2022, 17:00

Республикала үҫмерҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу нисек бара?

Тәүге һөҙөмтәләр хаҡында һөйләйбеҙ. Башҡортостанға килтерелгән коронавирусҡа ҡаршы «Спутник М» вакцинаһының беренсе партияһы планлаштырылғандан алдараҡ тамамланды. 2800 ампула ике аҙна эсендә бөттө һәм барыһына ла етмәне. Һөҙөмтәлә балаһына коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға теләп тә, вакцина булмау сәбәпле, уны эшләтә алмауы хаҡында мөрәжәғәт яҙыусылар күп булды.

Республикала үҫмерҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу нисек бара?
Республикала үҫмерҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу нисек бара?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, вакцина яһатыуға ихтыяж ысынлап та юғары. Әммә икенсе партияның ҡасан килерен әйтеүе ҡыйын. Мәҡәләне әҙерләгән мәлгә был хаҡта бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булманы, сөнки бөтә ил буйынса ихтыяж ҙур. Вакциналарҙы федераль үҙәк бүлә, ә етештереүсе план ҡеүәтенә сыға ғына әле.

Үҫмерҙәргә вакцина яһауҙың тәүге тәжрибәһе йомғаҡтары буйынса бер нисә мөһим һығымта яһарға мөмкин:
- 12-17 йәштәрҙәге балалар («Спутник М» тап улар өсөн тәғәйенләнгән) вакцинацияны еңел үткәрә. Беҙҙә лә, башҡа төбәктәрҙә лә бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы. Төрлө баҫмалар, шул иҫәптән беҙҙең мәғлүмәт саралары үткәргән һорау алыуҙарҙан шул күренә: үҫмерҙәр ныҡ ҡурҡыныс эҙемтә көткән, ә ысынбарлыҡта кемдеңдер ҡулы ғына аҙыраҡ һыҙлаған, кемдер бер аҙ өшөү кеүек хәл-торош үткәргән. Препараттың инструкцияһына ярашлы, иң йыш күҙәтелгән эҙемтә – оҙаҡҡа һуҙылмаған «киҙеүгә оҡшаш синдром» (тән температураһы күтәрелеү, ҡалтыратыу, мускулдар ауыртыу, хәлһеҙлек) һәм прививка урынындағы реакция (инъекция урынында ауыртыу һәм шешенеү). Тәжрибә күрһәтеүенсә, быларҙың барыһы ла бер, күп тигәндә ике көндә үткән.

– Дөйөм алғанда, кешеләрҙең вакцинаға мөнәсәбәте тыныс. Әлегә һорауҙар бар, һәм улар күп, шуға күрә киң мәғлүмәт саралары һәм блогерҙар, табиптарҙы йәлеп итеп, ваҡыты-ваҡыты менән мәҡәләләр баҫтыра, белгестәр ҡатнашлығында тапшырыуҙар һәм тура эфирҙар әҙерләй.

Билдәле булыуынса, «Спутник М» – донъяның 70 илендә тикшерелгән, биш тапҡыр көсһөҙөрәк итеп яһалған «Спутник V» препараты. Уны йылдан ашыу һынанылар, тест үткәреүҙә 12-17 йәшлек өс меңдән күберәк үҫмер ҡатнашты. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вакцинаны теркәгән, ул һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ. Ун үҫмерҙең туғыҙында коронавирус йоҡтороуҙан һаҡлаған антиесемдәр, шулай уҡ оҙайлы Т-күҙәнәк кимәлендәге иммун яуап барлыҡҡа килгән.
Үҫмерҙәргә вакцина яһау тулыһынса теләк буйынса ғына башҡарыла. Прививкаһы булмаған балаларға бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ һәм булмаясаҡ. Вакцинаны эшләтер алдынан ата-әсәләр рөхсәт ҡағыҙы яҙа, 15 йәштән өлкәндәр быны үҙаллы эшләй ала. Препарат, «өлкәндәрҙеке» кеүек үк, өс аҙна интервал менән ике тапҡыр индерелә.

ФЕКЕР

Алиса Мамаева, күп балалы әсә, медицина фәндәре кандидаты, Сәләмәтлек һәм профилактика үҙәгенең баш табибы:

– Өс балам бар: өлкән ҡыҙым 13 йәштә, улыма 4 йәш һәм кесе ҡыҙыма тиҙҙән өс йәш тула. Февраль башында, поликлиникаға «Спутник М» вакцинаһы килгәс тә, өлкән ҡыҙым менән балалар поликлиникаһына барып, прививка эшләттек. Вакцинациянан һуң температура күтәрелер, бер нисә көн хәлһеҙлек булыр, тип көткәйнек, ләкин бер нәмә лә булманы, укол яһатҡан ҡулы ғына бер аҙ һыҙлап алды.
Был ҡарарҙы ҡабул иткәндә тамсы ла шикләнмәнем. Етештереүсенең сайтына инеп, вакцина тураһында ентекле уҡып сыҡтым, ни тиһәң дә бала кешегә яһатабыҙ бит. Уның ярайһы уҡ һөҙөмтәле өйрәнелгән «Спутник V» булыуына инандым. Аҡыл менән уйлап ҡарағанда, әгәр иҫкәрмәләр булмаһа, ағыуҙан башҡа бер генә нәмә лә (ә вакцина ул ағыу түгел) организмға зыян килтерә алмай.
Мин – эшләп йөрөгән әсәй, һәм миңә эшкә йөрөү мөһим. Киҙеүгә, һыу сәсәгенә, коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу бала сирләмәйәсәк тигәнде аңлатмай. Ул ауырыуҙың еңе-
лерәк үтеүенә булышлыҡ итә. Эйе, өйҙә ике аҙна дауамында сирләүе ихтимал, ләкин вакцина яһатмаһа, бер ай ауырыуы ла, реанимацияға эләгеүе лә бар. Мин үҙем прививка яһатыу яҡлымын. 12 йәшкә тиклемге балалар өсөн хәүефһеҙ вакцина әҙер булһа, мотлаҡ бәләкәстәренә лә прививка яһатырға барасаҡмын.

ӘЙТКӘНДӘЙ,
Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын нисек тиҙерәк асырға мөмкин?

Максим Забелин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры:
– ПЦР-тест һөҙөмтәһе ыңғай булған осраҡта, пациенттарға дистанцион рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асырға мөмкин. Бының өсөн 122 номеры буйынса Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәгенә йәки поликлиника регистратураһына шылтыратырға кәрәк (артабан 1 һанын йыйырға). Ауырыу ныҡ таралыуға бәйле линияларҙың тулы булыуы ихтимал, шуға күрә аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һәм операторҙың йәки регистратура хеҙмәткәренең бушауын көтөүегеҙҙе һорайбыҙ.
Әгәр пациентта сир билдәләре булмаһа йәки ПЦР-тест һөҙөмтәһе кире булһа, ете көндән эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә ябырға мөмкин.
«Больничный»ҙы табип ҡарағандан һуң ғына оҙайтып була – бының өсөн поликлиникаға килергә, әгәр ауыр хәлдә булһағыҙ, табипты өйгә саҡыртырға кәрәк. Поликлиникалар көн һайын иртәнге сәғәт 7-се яртынан киске 10-ға тиклем эшләй.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас: