Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Март 2022, 09:42

Башҡортостандың биш табибы Донбаста медиктар сафын тулыландырҙы

Башҡортостандан биш табип үҙ теләге менән Донецк дауаханаһында эшкә тотондо. Был хаҡта Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов Инстаграмдағы сәхифәһендә хәбәр итте.

Башҡортостандың биш табибы Донбаста медиктар сафын тулыландырҙы
Башҡортостандың биш табибы Донбаста медиктар сафын тулыландырҙы

«Йәнә Донецк. Бөгөн иртән Башҡортостандан коллегаларымды ҡаршы алдым. Биш табип үҙ теләге менән хеҙмәттәштәренә ярҙам итеү өсөн Донецк Халыҡ Республикаһына килде. Дауаханаға барышлай Донецк медицина университетына инеп сыҡтыҡ һәм ректор менән осраштыҡ, уның рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. «Рәхмәт» һүҙен беҙ йыш ишетәбеҙ. Коллегаларыма гел әйтәм, тағы ҡабатлайым — бирешмәгән һәм беҙгә ышанған өсөн ошо сыҙамлы кешеләргә «рәхмәт» әйтегеҙ. Бөгөн икенсе бригаданы көтәбеҙ», — тип яҙҙы депутат.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: