Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
11 Март 2022, 15:27

Рәсәй һигеҙ илгә осоу өсөн коронавирусҡа бәйле сикләүҙе ғәмәлдән сығарҙы

Федераль һауа транспорты агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ Азербайжанға, Әрмәнстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Тажикстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға һәм Иранға осоу хаҡында бара.

Рәсәй һигеҙ илгә осоу өсөн коронавирусҡа бәйле сикләүҙе ғәмәлдән сығарҙы
Рәсәй һигеҙ илгә осоу өсөн коронавирусҡа бәйле сикләүҙе ғәмәлдән сығарҙы

Рәсәй Азербайжанға, Әрмәнстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Тажикстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға һәм Иранға осоу өсөн коронавирус сикләүен бөтөрҙө, тип белдерҙе Федераль һауа транспорты агентлығының матбуғат хеҙмәте. Рәсәй Хөкүмәте 9 мартта шундай ҡарар ҡабул итте.

Бынан алдараҡ Белоруссияға, Доминиканаға, Мысырға (Ҡаһирәнән башҡа), Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Төркиәгә, Финляндияға, Чехияға, Швейцарияға, Көньяҡ Кореяға һәм Кубаға осошҡа ковид сикләүе ғәмәлдән сығарылғайны.

Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн авиакомпанияларға осоштарҙы башҡарғанда Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы ҡарарының положениеларын үтәргә кәрәк.

Башинформ.

,

Автор:
Читайте нас: