Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Март 2022, 19:55

Үҙаллы еңеп булмай...

Туберкулез – туберкулез мико-бактерияһынан барлыҡҡа килгән йоғошло сир. Уны һәр кем йоҡтороуы ихтимал. Барыһынан бигерәк, үпкә туберкулезы менән ауырыған ауырыуҙар йоҡтороу сығанағы булып тора.

Үҙаллы еңеп булмай...
Үҙаллы еңеп булмай...

Туберкулез микробактерияһы, кеше организмына эләккәндән һуң, оҙаҡ ваҡыт “йоҡлауы” ихтимал. Шулай уҡ, инфекциялы һәр кеше ауырып та китмәҫкә мөмкин. Ауырыуҙың тәүге билдәләре сирләүсенең үҙе өсөн дә, башҡалар өсөн дә беленмәүе ихтимал. Үҙ-үҙеңде насар тойоу, клиник билдәләр барлыҡҡа килеүе (насар аппетит, хәлһеҙлек, төнөн ныҡ тирләү, арыу, насар йоҡо, субфебриль температура, йүтәл, тын быуылыу, күкрәк ҡыуышлығында ҡыйынлыҡ тойоу, ҡан төкөрөү һәм башҡалар) һиҙелеп, туберкулез процесы әүҙемләшә һәм тарала башлай.
Әгәр ошо билдәләр һеҙҙә бар икән-леген һиҙһәгеҙ, мөмкин тиклем иртәрәк
туберкулезға ҡаршы махсус уч-реждениела (стационар йә амбулатор шарттарҙа) дауалана башлау мотлаҡ. Сөнки, сир ваҡытында асыҡланмаһа, ауырыуҙың деструктив (“асыҡ”) формаһы барлыҡҡа килә һәм сирле, бактериялар бүлеп сығарыусы булараҡ (МБТ+), тирә-йүндәгеләр өсөн хәүеф тыуҙыра.
Дауалау оҙайлығы һәм һөҙөмтәһе уны ваҡытында асыҡлауҙан тора. Был хәүефле сирҙе үҙаллы еңеп булмай. Туберкулездың клиник формаһына, комплекслы тикшереү һөҙөмтәһенә һәм пациенттың шәхси үҙенсәлектәренә ҡарап, фәҡәт табип ҡына туберкулезға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар комплексын, уларҙың миҡдарын һәм ҡабул итеү режимын билдәләй ала.
Табип билдәләгән дарыуҙарҙы даими һәм оҙайлы рәүештә ҡабул иткәндә генә туберкулезды тулыһынса дауаларға мөмкин!

Әйткәндәй, Бөтә Донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөндә йәғни иртәгә һеҙҙе Стәрлетамаҡ туберкулезға ҡаршы көрәш диспансерына сәғәт иртәнге 8:00-16:30 Асыҡ ишектәр көнөнә саҡырабыҙ. Белешмә өсөн телефон: 8(3473) 28-22-51.


Ирина НИКОЛАЕВА,
Стәрлетамаҡ туберкулезға ҡаршы көрәш диспансерының
3-сө туберкулез бүлексәһе мөдире, табип-фтизиатр.
Динә ӘХМӘТОВА фотоһы.

Автор:
Читайте нас: