Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Март 2022, 10:05

НӘҪЕЛДӘН БИРЕЛГӘН СИР ТҮГЕЛ

Туберкулез – иң боронғо ауырыуҙарҙың береһе. Ул меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡыйған афәт. Был сир тураһында белешмәләр әле боронғо китаптарҙа яҙып ҡалдырылған, ғалимдар уның йоғошло ауырыу икәнлеген иҫбатлау өсөн төрлө эҙләнеүҙәр үткәргән. 1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох микроскоп аша туберкулез таяҡсаларын күрә алған һәм был таяҡсаларҙың туберкулез сирен тыуҙырыуын иҫбатлаған. Был сир менән йыл һайын Ер йөҙөндә 10 миллионға яҡын кеше ауырып тора, һәр 10 секунд һайын бер кешенең ғүмере өҙөлә...

НӘҪЕЛДӘН  БИРЕЛГӘН  СИР  ТҮГЕЛ
НӘҪЕЛДӘН БИРЕЛГӘН СИР ТҮГЕЛ

Туберкулез менән күберәк алкоголь эсемлектәре менән мауығыусылар, йәш үҫмерҙәр, ауырлы ҡатындар, йәш балалы әсәләр, илдән-илгә күсенеп йөрөүселәр, хроник сирлеләр ауырый. Туберкулез – ул нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа бер ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп, бер нисә кеше ауырырға мөмкин.

Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процент хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин.

Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡаны аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Ауырыуҙың тәүге симптомдары булып күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙҙән тирләү, йүткереү, тәндең температураһы күтәрелеү, аппетит юғалтыу, ябығыу күҙәтелә.

Был билгеләр бар икән, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Флюорография үткәреү, туберкулин пробаһы (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация – балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе.
Әгәр туберкулез менән шулай ҙа ауырығанһығыҙ икән, иң тәүҙә балаларығыҙҙы, эргә-тирәләге яҡында-рығыҙҙы ҡурсалағыҙ. Ауырыу оҙайлы ваҡыт стационарҙа дауаланырға, ә яҡындары табипҡа күренергә тейеш.

Балалар туберкулез менән ауырымаһын өсөн профилактик сара булып туберкулезға ҡаршы вакцинациялау тора. Балаға 3-4 көнлөк сағында уҡ БЦЖ-М йәки БЦЖ вакцинаһы эшләнә. Әгәр бала туберкулез таяҡсалары менән зарарланмаған булһа, был прививка тағы ла 7 һәм 14 йәштә ҡабатлана. Баланың туберкулез таяҡсалары менән зарарланғанын белер өсөн Манту пробаһы ҡуйыла. Был сара бер йәштән 18 йәшкә тиклем йыл һайын бер үк ваҡытта үткәрелергә тейешле тикшереү. Әгәр һөҙөмтәләр борсолорлоҡ булһа, баланы ата-әсәһе фтизиатрға күрһәтеп, тикшерелеү үткәрергә тейеш. Кәрәк осраҡта бала иҫәпкә алына һәм профилактик саралар үткәрелә, дарыуҙар ҡабул итә, шифаханаға ебәрелә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ваҡытында эшләнгән прививка баланы туберкулездың һәр төрөнән, бигерәк тә иң ауыр төрҙәренең береһе булған туберкулез менингитынан һаҡлай, имиопрофилактик саралар туберкулез таяҡсалары менән зарарланған балаларҙа, ауырыуҙар менән бәйләнештә булғандарҙа сирҙең үҫеүен, таралыуын тотҡарлай, йыл һайын флюорографик тикшереүҙәр үпкәләге күп сирҙәрҙе, туберкулезды профилактикалау ысулдарының бер төрө ул. Шулай уҡ ваҡытында ашау, йоҡлау, режимды һаҡлау, алкоголь, тәмәке менән шаярмау, спорт менән шөғөлләнеү күп төрлө ауырыуҙарҙан, шул уҡ туберкулездан да һаҡланыу юлы.

Динә МОРАҘЫМОВА,
Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ район-ара филиалы табибы.

Автор:
Читайте нас: