Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Март 2022, 14:56

Башҡортостанға коронавирусты иҫкәртеүсе ике яңы препарат килтерелде.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә,Башҡортостанға ике сит ил препараты – “Молнупиравир” һәм “Эвушелд” килтерелгән. Улар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн ҡулланыласаҡ.

Башҡортостанға коронавирусты иҫкәртеүсе ике яңы препарат килтерелде.
Башҡортостанға коронавирусты иҫкәртеүсе ике яңы препарат килтерелде.

“Молнупиравир” стационарҙа, шулай уҡ амбулатор шарттарҙа коронавирусты дауалау өсөн файҙаланыла. Ул “Фавипиравир”ға ҡарағанда көсһөҙөрәк, әммә еңелерәк үткәрелә. “Эвушелд” препаратын республика ике мең ҡап күләмендә алды, ул вакцина яһатыуға ниндәйҙер ҡаршылыҡ булған осраҡта, хроник сирле, иммунитеты ҡаҡшаған кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Улар иҫәбенә онкология, ВИЧ-инфекция, ревматизм, аутоиммун, бауыр сирҙәре инә. Препаратты профилле табиптар – онкологтар, ревматологтар, гемодиализ үҙәктәре белгестәре тәғәйенләй ала”, – тине ул.
Әле дарыуҙарҙы ҡабул итеү, теркәү бара, киләһе аҙнанан республика халҡы араһында бүленәсәк. Улар рецепт буйынса түгел, төп сирҙе дауалау урынында пациенттарға биреләсәк. Әле исемлек әҙерләнә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: