Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
31 Март 2022, 06:15

Башҡортостанда иң күп ковид сирлеләр Стәрлетамаҡта теркәлгән

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 524 кеше коронавирус йоҡторған. Сирлеләрҙең күбеһе элекке кеүек Өфөлә түгел, ә Стәрлетамаҡта теркәлгән — 298, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Бер тәүлектә ауырыу йоҡтороу осраҡтары буйынса икенсе урында — Дүртөйлө (110 осраҡ), өсөнсөлә — Дәүләкән (38). Артабан баш ҡала (37 осраҡ) килә.

Башҡортостанда иң күп ковид сирлеләр Стәрлетамаҡта теркәлгәнБашҡортостанда иң күп ковид сирлеләр Стәрлетамаҡта теркәлгән
Башҡортостанда иң күп ковид сирлеләр Стәрлетамаҡта теркәлгән

Республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 275 611-гә еткән.

Әлеге ваҡытта 114 пациент стационарҙа дауалана, 14-е ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән тын алырға мәжбүр. Ә 7 269 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған биш кеше вафат булған.

Башинформ.

Фото яндекс.

Автор:
Читайте нас