«Сир хәүефе юғары булған илдәрҙән полиомиелит вирусы инеү хәүефе янауы сәбәпле ошондай ҡарар ҡабул ителде», – тип хәбәр иттеләр ведомство вәкилдәре.
Белешмә
Полиомиелит – инвалидлыҡҡа килтергән сир. Инфекция башлыса биш йәшкә тиклемге балаларҙы зарарлай. Статистикаға ярашлы, 200 осраҡтың береһендә фалиж һуғыуы күҙәтелә, уны дауалап булмай. Ошондай сирлеләрҙең 5-10% яҡты донъя менән хушлаша. Вирус кешенән кешегә йәки бысранған һыу, аҙыҡ-түлек аша йоға һәм эсәктә үрсей. Тәүге билдәләре – биҙгәк тотоу, арыу, баш ауыртыу, ҡоҫоу, аяҡ-ҡулдарҙың һыҙлауы.
Башинформ.