Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Май 2022, 10:44

ТАБИПТАР ҮҘҘӘРЕ ЛӘ ФИЗИК КҮНЕГЕҮҘӘР ЯҺАНЫ

Ҡалабыҙҙа халыҡ сәләмәтлеге көндәре гөрләп үтте Ковид пандемияһы беҙҙең тормошобоҙға үҙгәрештәр индерҙе. Ковидтың эҙемтәләре хәтәр икәнен хәҙер барыбыҙ ҙа аңлай. Уны үткәргәндән  һуң хроник сирҙәр көсәйә. Был мәкерле сир организмдың көсһөҙ урындарына һөжүм итеп, үҙен төрлөсә һиҙҙерә. Етмәһә, ҡан баҫымы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, тын юлдары, вич-инфекция кеүек заман сирҙәре һағалап ҡына тора...

 Халыҡ сәләмәтлеге көндәренә арналған сарала ҡалабыҙҙың әйҙәүсе табиптары үҙҙәренең ҡыҫҡа ғына сығыштарында һәр кемгә аңлайышлы итеп, халыҡсан тел менән төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу, ошо хәлдән сығыу юлдары тураһында аңлатты.  Мәҫәлән, ҡалабыҙҙағы Медицина профилактика үҙәге филиалы мөдире Виктор Васиьлев нисек итеп дөрөҫ туҡланыу һәм хәрәкәт итеүҙең әһәмиәте тураһында һөйләне.

– Скандинавса йөрөүҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Шулай  уҡ генетик аҙыҡтарға – үҙ еребеҙҙә үҫкән еләк-емештәргә, организмыбыҙ бала саҡтан күнеккән ашамлыҡтарға өҫтөнлөк биреү фарыз, – тип билдәләне ул.

1-се дауахананың Сәләмәтлек үҙәге мөдире Наталья Белоусованың сығышында иһә һүҙ диспансерлаштырыу, скрининг, онкология сирҙәрен профилактикалау тураһында барҙы.

Балалар сәләмәтлеге үҙәге мөдире, балалар табибы Екатерина Чурилова донъяға яҡты күңел менән бағырға, оптимистик рухлы булырға саҡырҙы.

– Йышыраҡ йылмайығыҙ, һәр көнөгөҙҙө йылмайыуҙан башлағыҙ,  тип кәңәш бирҙе. Сәләмәт оҙон ғүмерлелек теләйем, – тигән  изге теләктәрен еткерҙе.

Психиатр  табип,  2-се дауахананың медицина өлөшө буйынса баш табип урынбаҫары Сергей Тарасов психосоматика, йәғни эске кисерештәрҙең физик сәләмәтлеккә йоғонтоһо тураһында аңлатты. Беҙҙең ҡалала скандинавса йөрөү буйынса инициатив төркөм булдырылыуын хупланы.

2-се дауахана поликлиникаһы мөдире, травматология бүлеге мөдире Фәрхәд Латипов иһә замана сире булған остеохондроздан дауаланыу юлдарын аңлатып үтһә, 2-се дауахананың ЛФК инструкторы Илиада Ибраһимова залдағыларҙың барыһын да, хатта табиптарҙың үҙҙәрен дә  аяғүрә баҫтырып төрлө физик күнегеүҙәр уҙғарҙы.

Һәр сығышты дәртле концерт номерҙары алыштырып торҙо. Сара  аҙағында  залдағы халыҡ, хатта  өлкән йәштәгеләр ҙә,  ошондай матур, йылы осрашыуҙан дәртләнеп, йырға ҡушылып  бейергә төшөп китте.

2-се ҡала дауаханаһы баш табибы  Эльвира Ғилуанова башланғысы менән уҙғарылған был сара, беренсе тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, бик матур үтте. Бында килеүселәр ошондай файҙалы ла, фәһемле лә сараны ойошторорғандары өсөн рәхмәттәр әйтеп, йәшәүгә көс-дәрт  алып,  күңелдәре булып таралышты.

Табиптар ҡушҡанса, һәр көнөбөҙҙө йылмайыуҙан башлайыҡ, яҡты уйҙар менән йәшәйек, хәрәкәт итәйек, позитив ҡарашта булайыҡ, һау-сәләмәт булайыҡсы, йәмәғәт!

Роза САФИНА.

Автор фотолары.

ТАБИПТАР ҮҘҘӘРЕ ЛӘ ФИЗИК КҮНЕГЕҮҘӘР ЯҺАНЫ
ТАБИПТАР ҮҘҘӘРЕ ЛӘ ФИЗИК КҮНЕГЕҮҘӘР ЯҺАНЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: