

Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының балалар өсөн консультация-диагностика етәксеһе Наталья Сәмиғуллина республиканың иң яҡшы педиатры тип танылды. Иң яҡшы терапевт – Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының пульмонология бүлеге мөдире Гөлназ Грицаенко, иң яҡшы онколог – шул уҡ дауахананың онкология бүлеге мөдире Антон Сафонов, ә иң яҡшы хирург – Республика балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире Айрат Тимершин.
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире Лира Хәбирова – иң яҡшы ауыл табибы, Республика стоматология поликлиникаһының ортопедия бүлеге мөдире Алик Ғәйнанов – иң яҡшы стоматолог, Салауат ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе тип танылды. Еңеүселәр һәм призерҙар исемлеге менән тулыраҡ Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Башинформ.