Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек
24 Июнь 2022, 10:03

Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәренең парады үтте

Бөгөн Өфөлә һөнәри байрам уңайынан медицина хеҙмәткәрҙәренең парады уҙҙы. Медицина ойошмалары символикаһын һәм флагтарын тотҡан табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар — бөтәһе 700-ҙән ашыу кеше Зәки Вәлиди урамы буйлап «Торатау» конгресс-холына тиклем атланы. Колонна алдынан һаулыҡ һаҡлау ветерандары һәм хеҙмәт династиялары вәкилдәре барҙы.

Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәренең парады үттеӨфөлә медицина хеҙмәткәрҙәренең парады үтте
Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәренең парады үтте

Әлеге көндә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы системаһы ның медицина ойошмаларында 78,5 мең кеше, шул иҫәптән 14 289 табип һәм 36 916 урта медицина хеҙмәткәре эшләй

Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре парады хаҡында ентеклерәк — «Башинформ» агентлығы фоторепортажында.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас