Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Июль 2022, 15:28

Башҡортостандың «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» проекты Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

Башҡортостандың «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» проекты 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды һәм тотош илдә тәҡдим ителгән тәжрибәләр иҫәбенә индерелде.

Башҡортостандың «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» проекты Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды
Башҡортостандың «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» проекты Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

Был хаҡта «Честно говоря» программаһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина хәбәр итте.

Шулай уҡ үҫмер ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеге буйынса икенсе башланғыс та алдынғылар рәтендә. Өс йылда Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында 80 000 бала тикшерелгән, тип белдерҙеләр тапшырыуҙа.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы барышында 2022 йылдың башынан Башҡортостандың төпкөл райондарында 54 меңгә яҡын кеше «Сәләмәтлек поездары»нда һаулығын тикшерткән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: