Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Июль 2022, 12:49

Сикләүҙәр туҡтатылһа ла, шатланырға иртә әле…

 Рәсәйҙә тажлы вирус пандемияһы арҡаһында индерелгән бөтә сикләүҙәрҙе лә  бөтөрҙөләр тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәте. Шул иҫәптән битлектәрһеҙ  йөрөргә лә мөмкин. Шулай уҡ  дөйөм туҡланыу урындарын төнөн эшләтмәҫкә тигән сараларға ла  сик ҡуйылды.

Сикләүҙәр туҡтатылһа ла, шатланырға иртә әле…
Сикләүҙәр туҡтатылһа ла, шатланырға иртә әле…

Һуңғы 4 айҙа Рәсәйҙә  COVID-19 буйынса эпидемик процесс күҙгә күренеп кәмей башланы. Аҙналыҡ сирҙәр күрһәткесе 64 тапҡыр ҡыҫҡарҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, етди контроль дауам итә. « Рәсәй Федерацияһының баш дәүләт санитар врачы ҡарарына ярашлы, эпидемияға ҡаршы саралар әле лә дауам итә», тип билдәләй ведомствоның матбуғат хеҙмәте. COVID-19 буйынса хәл насарайыу менән сикләү сараларын киренән тергеҙергә мөмкиндәр. Сөнки тажлы вирус таралыу менән көрәш буйынса яңыраҡ үткән оператв штабта Рәсәйҙә үткән тәүлектә 3106 яңы осраҡ теркәлеүе һәм 56 кешенең үлеүе хаҡында хәбәр иттеләр.

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

Сикләүҙәр туҡтатылһа ла, шатланырға иртә әле…
Сикләүҙәр туҡтатылһа ла, шатланырға иртә әле…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: