Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Сәләмәтлек
9 Август 2022, 11:56

Һаулыҡ һаҡлау министры халыҡты коронавирустан вакцина яһатырға саҡырҙы

Яңы коронавирус ифекцияһына бәйле хәлдең тотороҡланыуына ҡарамаҫтан, көн һайын COVID-19 йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Һаулыҡ һаҡлау министры халыҡты коронавирустан вакцина яһатырға саҡырҙыҺаулыҡ һаҡлау министры халыҡты коронавирустан вакцина яһатырға саҡырҙы
Һаулыҡ һаҡлау министры халыҡты коронавирустан вакцина яһатырға саҡырҙы

Көҙгөһөн коронавирус менән ауырыусыларҙың артыуы миҙгелле сирҙәр һәм иммунитеттың ҡаҡшауы менән бәйле. Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн халыҡҡа прививка эшләтергә кәрәк, тип билдәләне министр. Вакцинация кешенең һаулығын һаҡлауҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы булып тора.

Республика поликлиникаларында вакцинация кабинеттары көн дә эшләй, тип белдерҙе Айрат Рәхмәтуллин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас