Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Сәләмәтлек
23 Август 2022, 11:25

Балалар лагерында коронавирус таралған

Ғафури районындағы «Имәндәр» йәйге лагерында COVID-19 менән сирләү осраҡтары теркәлгән.

Балалар лагерында коронавирус таралғанБалалар лагерында коронавирус таралған
Балалар лагерында коронавирус таралған

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығында юыл мәғлүмәтте раҫлайҙар.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә өс бала ауырып киткән. Коронавирусҡа тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Балалар дауаханаға оҙатылған.

Улар менән бәйләнештә булған лагерь хеҙмәткәрҙәренән һәм башҡа ял итеүселәрҙән коронавирусҡа алынған. Сир билдәләре булмаған ауырыуҙар асыҡланған. Әле улар изоляторҙа.

«Лагерь карантинға ябылған. Ата-әсәләргә әлегә балаларын өйҙәренә алып ҡайтырға рөхсәт итмәйҙәр», – тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас