Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Сентябрь 2022, 12:30

Фәҡәт вакцина ғына ҡотҡара

Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала дауаханаһының  вакцина яһау  пункттары  бөтә поликлиникаларҙа ла дүшәмбенән йомаға тиклем сәғәт 8.00-дән 20.00-гә тиклем, шәмбе сәғәт 8.00-дән 16.00-гә тиклем эшләй.

Әлеге ваҡытта  яңы коронавирус инфекцияһының бөтә варианттары өсөн дә Гам-КОВИД-Вак (Спутник V) вакцинаһы ғәмәлдә ҡала.
Ваҡытлыса методик тәҡдимдәргә ярашлы дауам  иткән  пандемия  булғанда алты ай һайын йәки ковид-19 менән ауырығандан һуң алты ай үткәс, мотлаҡ вакцина яһатырға кәрәк.

Алтмыш йәште үткән пациенттарға һәм шулай уҡ гипертония, йөрәктең ишемия ауырыуы, шәкәр диабеты, обструктив үпкә сире менән яфаланыусыларға 21 көн ара менән ике тапҡыр прививка яһатырға кәрәк.
Фәҡәт  вакцинация ғына  үпкә елһенеүенең (вируслы пневмонияның) ауыр осрағын булдырмай, яңы  коронавирус инфекцияһынан һуң ауыр эҙемтәләр булдырмай һәм кеше ғүмерен ҡотҡара.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Фәҡәт  вакцина ғына  ҡотҡара
Фәҡәт вакцина ғына ҡотҡара
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: