Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Сентябрь 2022, 12:50

“ҺАРЫ АУЫРЫУЫНЫҢ” ҠАРА ТАПТАРЫ

Гепатит хаҡында нимә белергә тейешбеҙ? Халыҡта һары ауырыуы тип йөрөтөлгән был мәкерле сир вирустар барлыҡҡа килеү арҡаһында бауырҙың елһенеүе һөҙөмтәһе булып тора. Ул, үкенескә ҡаршы, донъялағы иң киң таралған һәм етди йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Гепатит йоҡтороуҙың сәбәптәре һәм уны профилактикалау саралары тураһында ентекләберәк аңлатыуын һорап, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы табипэпидемиологы Валентина Даниловаға мөрәжәғәт иттек.

 

– Валентина Никандровна, белеүебеҙсә, гепатиттың бер нисә төрө була һәм был вирус ниндәй юлдар менән йоға? Сирҙең эҙемтәләре ниндәй?

– Гепатиттың A, B, C, D һәм E булараҡ билдәләнгән типтағы төп биш вирусы бар. B, C һәм D типтары ауырыу кешенең ҡаны аша йоға, гепатиттың B һәм C осрағы енси бәйләнеш аша эләгә. D тибы иһә B гепатиты менән ауырыған кешегә генә йоға. A һәм E типтары ғәҙәттә зарарлы (бысраҡ) һыу йәки аҙыҡ продукттары аша һәм тейешле санитария һәм гигиена булмағанда йоға.

Гепатит менән күбеһенсә 35- 49 йәштәгеләр ауырый, артабан ул өлкәнерәк йәштәгеләргә күсә. Был сирҙең насар тамамланыуын фаразлаусы фактор булып тора, ни өсөн тигәндә, 40 йәштән өлкәнерәктәр араһында ауырыу көсәйә, һөҙөмтәлә бауыр циррозы һәм бауыр рагы барлыҡҡа килә.

– Ауырыу йоҡторғанды нисек белеп була? Уның билдәләре ниндәй һәм ҡасан беленә?

– А гепатиты йоҡторған мәлдән алып сирҙең тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәнсе ике-дүрт аҙна үтә, В гепатиты алты айҙан һуң беленә. Ошо ваҡыт үткәс, вирус үрсеп, организмда яраҡлаша, сир үҙен һиҙҙерә башлай.

– Киҫкен инфекцияның билдәләре нисек беленә?

– Һарғайыу, хәл бөтөү, күңел уйнау, ҡоҫоу һәм эс ауыртыу күҙәтелә. А гепатиты менән ауырығанда, грипп һымаҡ, тән температураһы күтәрелә, баш ауырта, хәл бөтә, тән һыҙлай. B һәм С гепатитын йоҡторған кеше әкренләп ауырый башлай, температураһы ҡапыл күтәрелмәй. В гепатиты вирусы булғанда аҙыраҡ температура күтәрелә, быуындар һыҙлай. С гепатитында хәлһеҙлек күҙәтелә, аппетит булмай. Бер нисә көндән аппетит юғала, уң яҡ ҡабырға аҫты ауырта, күңел уйнай, ҡоҫҡо килә, һейҙек ҡарая оло ярау төҫһөҙләнә. Табиптар бауырҙың ҙурайыуын билдәләй, ҡанда гепатитҡа хас булған үҙгәрештәр барлыҡҡа килә: билирубин һәм бауыр пробалары күбәйә. B һәм C типтары менән ауырый башлағанда сир беленмәй. Күптәр был вирусты йоҡторғандан һуң, сир хроник формаға күсеп, тиҫтәләгән йылдар үткәс кенә белә. Үҙенең ауырығанын белмәйенсә, улар сирҙе башҡа кешеләргә йоҡтороп йөрөүҙәре ихтимал.

Гепатит еңелсә, уртаса, ауыр формала үтергә лә мөмкин. Иң ауыр, йәшен тиҙлегендә үтә торған формаһында массив бауыр некрозы үлемгә килтерә. Гепатиттың иң ҡурҡынысы B, C, D гепатиттарына ғына хас булған хроник ағымы. Хроник гепатиттың билдәләре: арыусанлыҡ һәм көн аҙағына хәлдән тайыу, элекке физик ауырлыҡтарҙы күтәрә алмау, һарғайыу, һейҙек ҡарая, тән ҡысыта, ябыҡтыра, бауыр менән талаҡ ҙурая, тире аҫтында ҡан тамырҙары йондоҙсоҡтары барлыҡҡа килә.

– Гепатитҡа ҡаршы вакцина бармы?

– 1982 йылда B гепатитына ҡаршы 183 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә прививкаларҙың милли календарына индерелгән вакцина эшләп сығарылды. Инфекцияны иҫкәртеү һәм сир хроник формаға күсмәһен һәм В гепатиты арҡаһында бауыр рагы көсәймәһен өсөн уның эффектлылығы 95 процент. В һәм С гепатитын булдырмаҫ өсөн яңы тыуған балалар барыһы ла B гепатитынан вакцина дозаһы менән тәьмин ителергә тейеш, ә тыуғанда әсәһенән балаға йоҡтормаҫ өсөн йөклө ҡатындарҙың барыһы ла планлы тәртиптә B гепатитына, ВИЧ һәм сифилисҡа тест үтергә тейеш һәм, кәрәк булһа, дауаланырға тейеш.

– Гепатит йоҡтороуҙан ҡурсаланыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

– Беренсенән, һаҡланыу ысулдарын ҡулланмай тороп, енси бәйләнешкә инергә ярамай. Вирус ҡанда ғына түгел, башҡа биологик шыйыҡсаларҙа ла булыуы ихтимал.

– стерилләнмәгән инструменттар менән төрлө манипуляциялар: энә ҡаҙап дауалау (иглоукалывание), пирсинг, татуаж эшләмәҫкә.

 - шәхси гигиена предметтарын бергәләп ҡулланмаҫҡа. Маникюр ҡайсылары, ҡаш йолҡа торған пинцеттар, ҡырынғыс һәм теш таҙартыу щеткалары аша ла вирус йоғоуы бар. Шундай юл менән сирҙе ауырыу кешенән ғаилә ағзалары йоҡтороуы ихтимал.

А һәм Е гепатитын профилактикалауҙың төп саралары булып санитаргигиена саралары тора: ҡулды һабынлап йыуыу, емеш-еләкте ныҡлы йыуыу, ҡайнаған һыу йәки шешәгә тултырып һатылған һыу ҡулланыу, ашарға бешергәндә таҙа тотоноу. Ошо ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙән сығармаһағыҙ, күп сирҙәрҙән ҡурсаланырһығыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Роза САФИНА әңгәмәләште.

 

“ҺАРЫ АУЫРЫУЫНЫҢ” ҠАРА ТАПТАРЫ
“ҺАРЫ АУЫРЫУЫНЫҢ” ҠАРА ТАПТАРЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: