Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Сентябрь 2022, 10:59

ТУРА БАҪЫП ЙӨРӨҮГӘ ӨМӨТ УЯТА.

Эдгар Һаҙыевтың табиплығы – Хоҙайҙан,- тиҙәр. Ысынлап та, уның тураһында ҡалала ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә беләләр. Ул бит сирлеләрҙең башын дауалай, уйҙарын, кәйефен, донъяға ҡарашын ипкә килтерә һәм тура баҫып йөрөүгә өмөт уята. Бер һүҙ менән әйткәндә, Стәрлетамаҡ нейрохирургы йәшәүгә ышаныс бирә. Эдгар Әлмир улы Һаҙыев менән нейрохирург һөнәре, баш һәм умыртҡа һөйәге ауырыуҙары тураһында әңгәмәләштек.

ТУРА БАҪЫП ЙӨРӨҮГӘ ӨМӨТ УЯТА.
ТУРА БАҪЫП ЙӨРӨҮГӘ ӨМӨТ УЯТА.

Умыртҡалыҡтағы тайпылыш ҡан йөрөшөн үҙгәртә
– Эдгар Әлмирович, һеҙҙе медицинаға нимә алып килде һәм ни өсөн нейрохирург һөнәрен һайланығыҙ?

– Рус яҙыусыһы Антон Чехов әйтмешләй, табип һөнәре – үҙ- үҙеңде аямауҙы, күңелеңдең һәм уйҙарыңдың саф булыуын талап итә. Ул үҙенә күрә бер батырлыҡ. Шулай итеп, ошо батырлыҡҡа мине бала саҡ хыялы алып килде. 7-се класта уҡығанда миңә дауаханала ятырға тура килде, шунда табиптарға ҡарап, минең дә улар кеүек сирлеләрҙе дауалағым, ауыр хәлдә ятҡан кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарғым килде. Шуға күрә, мәктәпте тамамлағас та, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға индем. 4-5-се курстарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының анестезиология һәм реанимация бүлексәһендә медбрат булып эшләнем, шунда уҡ хирургия буйынса интернатураны үттем. Бер-нисә йыл Өфө ҡалаһының үҙәк поликлиникаһында хирург булып эшләгәндән һуң, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ординатураға нейрохирургия буйынса уҡырға индем. Нейрохирургия – ул үҙе үҙенсәлекле бер йондоҙ һымаҡ бит ул. Уның нимә икәнлеген тәүҙә белмәйһең, нисектер сәйер һымаҡ тойолһа ла, барыбер уға тартылаһың. Шулай итеп, мин дә яҙмыш ҡушыуы буйынса нейрохирург булып киттем. Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире булып эшләйем.

– Һеҙ ниндәй операциялар эшләйһегеҙ?
– Ҡаланың 1-се клиник дауаханаһында умыртҡа һөйәгенә, умыртҡа араһы дискылары бүҫеренә, умыртҡа бағанаһының остеохондрозы, умыртҡалыҡтың компрессион һыныуы, баш һөйәге деффектының пластикаһы, баш һөйәген трепанациялау, гидроцефалия, периферик нервы системаһы патологияһын дауалайбыҙ, баш мейеһе тамырҙары патологияһын (аневризмалар), баш мейеһе шешен, арҡа мейеһе шешен алыу кеүек операциялар башҡарам.

– Операцияларҙы йыш эшләйһегеҙме?
 – Йылына 200-ләп операция эшләйем. Улар араһында баш мейеһе ҡан тамырҙары патологияһы, баш мейеһе шештәре һәм умыртҡалыҡтың дегенератив ауырыуҙарына күберәк.

Төп сәбәп – стресс.
– Баш ауырыуҙары нимәнән барлыҡҡа килә?

– Баш ауыртыуҙың төрҙәре ифрат күп, тиҫтәнән ашыу. Етмәһә, һәр береһе формаларға бүленә. Мейеләге үҙгәрештәр умыртҡа – арҡа бағанаһы, арҡа һөйәге менән дә бәйле. Һау, сәләмәт булабыҙ тигәндә, уның торошона иғтибар итеү мөһим. Сөнки умыртҡа эсенән арҡа мейеһе үтә, ул эске ағза, баш мейеһе менән бәйләнеш булдыра. Әгәр умыртҡалыҡта ниндәйҙер тайпылыш килеп сыҡһа, ҡан йөрөшө үҙгәрә, һөҙөмтәлә кеше төрлө сирҙәргә дусар була. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта кешеләр күбеһенсә умыртҡа һөйәге ауыртыуы менән мөрәжәғәт итә. Тағы ла баш ауырыуҙары кешелә ниндәйҙер патология булғанда барлыҡҡа килә, тимәк, баш ауырыуынан ҡотолоу өсөн тәүҙә төп сирҙе дауаларға кәрәк. Баш ауыртыуы бик хәүефле сирҙең билдәһе булыуы ихтимал, шуға күрә уны дарыу төймәләре менән баҫырға тырышҡансы, табип менән кәңәшләшеү хәйерлерәк. Мәҫәлән, инсульт баш мейеһе ауырыуҙарына килтерә. Һуңғы ваҡытта инсульт йәштәрҙе һәм урта йәштәгеләрҙе лә аяҡтан йыға башланы. Ә был сирҙе килтереп сығарған төп сәбәп – стресс: норма менән көйләнмәгән эш көнө, күтәренке психологик мөхит, йыш командировкалар, күп эшләү һәм башҡалар. Инсульт ике төргә бүленә: ишемия булғанда ҡан тамырындағы тромб баш мейеһе артерияһын томалай; ҡан баш мейеһенә барыуҙан туҡтай һәм ундағы күҙәнәктәр үлә башлай. Геморрагик инсульт булғанда баш мейеһе артерияһы өҙөлә һәм ҡан баш мейеһенә аға; шул урында баш мейеһе күҙәнәктәре үлә. Статистика буйынса, инсульттың 80 проценты – ишемик, ә ҡалған 20 проценты – геморрагик. Инсульттан һаҡланыу өсөн күп хәрәкәтләнергә кәрәк. Кеше аҙ йөрөһә, артыҡ йыуанайһа, уның ҡанында холестерин төйөрсөктәре арта. Нәҡ улар инсультҡа килтерә лә инде. Шуға күрә, дөрөҫ туҡланырға, күберәк хәрәкәт итергә һәм үҙеңде тыныс тоторға кәрәк! Инсульттан һуң боҙолған мейене тулыһынса дауалап бөтөп булмай. Көнөнә 2-3 километр йәйәү йөрөгөҙ.

– Ә умыртҡа һөйәге ауырыуҙарын булдырмау юлдары бармы?
 – Ысынлап та, умыртҡа һөйәгенең дөрөҫ үҫешмәүе байтаҡ сирҙәргә килтереүе ихтимал. Иң ҡатмарлы осраҡтарҙа операция талап ителә. Йыш автомобилдә йөрөү, компьютер артында көндәр буйы ултырыу, аҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ ауырлыҡ, дөрөҫ туҡланмау был ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Ошо сирҙәргә дусар булмаҫ өсөн профилактик саралар талап ителә. Көнөнә 2-3 километр йәйәүләп йөрөгөҙ, физик күнекмәләр башҡарығыҙ.

– Ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлар өсөн нейрохирургҡа ҡасан мөрәжәғәт итергә кәрәк?
– Ысынлап та, сирҙең симптомдарын түгел, сәбәбен юҡ итергә кәрәк. Ә сәбәбен тик табиптар ғына асыҡлай ала. Беҙҙең халыҡ берәй ере ауыртһа, күрәҙәселәргә, быуын ултыртыусыларға бара, халыҡ медицинаһын ҡуллана. Тик ваҡыт үткән һайын ауырыу тағы ла көсәйә, үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Операцияның нисек үтеүе, пациенттың дауаханаға ниндәй хәлдә мөрәжәғәт итеүенән дә тора. Ауырыу үҙен һиҙҙергәс тә, табипҡа күренергә кәрәк. Ә ауырыуҙы дарыуҙар менән генә баҫам тип, ҡиммәтле ваҡыттарын бушҡа әрәм итмәһендәр ине. Әгәр ҙә умыртҡалыҡтың билдәле бер урынында хәрәкәттең сикләнеүе һәм ауыртыуы һиҙелһә, умыртҡа һөйәгенең ауыртыуы ҡулға, күкрәккә, яурынға, аяҡҡа бирһә, баш ауыртыуын, әйләнеүен, аяҡтарығыҙҙың хәлһеҙлеген тойһағыҙ, ҡулығыҙ ойоп йонсотһа – кисекмәҫтән нейрохирургҡа күренергә кәңәш итәм.

– Төплө әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Э.Фәттәхов фотоһы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: