Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
28 Сентябрь 2022, 15:41

Вакцина пункттары һеҙҙе көтә!

2-се ҡала дауаханаһында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация һәм ревакцинация эшләтеү буйынса пункттар дауахананың барлыҡ поликлиникаларында ла эшләп килә. Дүшәмбе-йома көндәрендә 8:00-дән алып 20:00 тиклем эшләһә, шәмбе – 8:00-16:00 сәғәттәрҙә.

Вакцина пункттары һеҙҙе көтә!
Вакцина пункттары һеҙҙе көтә!

Бөгөнгө көндә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы Гам-КОВИД-Вак (Спутник V) вакцинаһы яһала. Методик кәңәштәргә ярашлы, вакцинаны һәр алты ай һайын яһатып торорға кәрәк. Коронавирус менән сирләп терелгәндән һуң шулай уҡ ярты йылдан яһала.
60 йәштән өлкәндәр, йөрәк, шәкәр диабеты, үпкә, ҡан баҫымына бәйле сирҙәр менән яфаланыусылар прививканы 21 көн интервалы менән яһата.
Был зәхмәт инде баҫылды, кешеләр сирләмәй тип ҡыуанғайныҡ та, бына тағы яңы төрө менән “ишек шаҡыны”. Сирҙе иҫкәртеү яҡшы, шуға прививкаларҙы ла ваҡытында эшләтеп өлгөрөгөҙ, дуҫтар!
Р. ӘРМЕТОВ.

Автор:
Читайте нас: