Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Октябрь 2022, 13:35

Ауырғың килмәһә…

Башҡортостанда 770 мең кеше киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Бынан тыш республикала  тағы ла 2,4 миллион кешегә вакцина яһарға йыйыналар. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың азна һайын үткәргән оператив кәңәшмәһе выҡытында хәбәр итте.

- Халыҡты иммунизациялау өсөн республиканың һәр поликлиникаһында прививка бүлмәләре эшләй. Бында, киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан һымаҡ уҡ, тажлы вирусҡа ҡаршы ла прививка эшләтергә була. Барлығы Башҡортостанға киҙеүҙән 1,4 миллион доза вакцина килтерелгән.  Бер үк ваҡытта COVID-19  буйынса ла прививка кампанияһы үткәрелә, Башҡортостанда тажлы вирустан 3,1 миллион кешегә вакцина эшләнгән, - тине ул.

      Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры шулай уҡ хәл насар тамамланмаһын өсөн COVID-19  буйынса тажлы вируска ҡаршы прививканы һәр ярты йыл һайын ҡабатлап тороу кәрәклеген иҫкәртте. Үҙ белдегегеҙ менән дауаланмаҫҡа һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. Ә инде температура 38,5 градустан артып китһә – тиҙ ярҙам саҡырырға ҡушты.

      Башҡортостан Башлығы республиканың сәнәғәт,энергетика һәм инновациялар министры, вице-премьер Александр Шельдяевҡа сәнәғәт предприятиелары менән киҙеүҙән вакцина үткәреү буйынса эште йөкмәтте.

- Вакциналарҙың бер өлөшөн  беҙ федераль квота буйынса алабыҙ, ә бер өлөшөн предприятиелар хеҙмәткәрҙәре өсөн үҙҙәре һатып ала. Был больничный ҡағыҙҙарҙы түләүгә ҡарағанда отошлораҡ, - тине Радий Хәбиров.

     Ысынлап та, һәр кемдең һаулығы үҙенән тора. Шуға күрә  киҙеүҙән йәки  тажлы вирустан прививка яһатыу-яһатмауҙы ла һәр кем үҙе хәл итә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: социаль селтәрҙән алынды.

 

 

 

 

 

 

 

Ауырғың килмәһә…
Ауырғың килмәһә…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: