+25 °С
Болотло
Клиникаға тиклем һынау ортопоксвирустарҙың бөтә төрҙәренә, шул иҫәптән маймыл сәсәгенә ҡаршы көрәштә сараларҙың хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле икәнен күрһәтте. Бынан тыш, 18-50 йәшлек 90 ирекмәндә клиник тикшереүҙең тәүге этабы уңышлы үткән. Препараттың тәьҫир итеү механизмы вирус тышсаһының формалашыуын туҡтатыуға ҡайтып ҡала, был вирустың сығыуын һәм уның организмда артабан таралыуын туҡтатырға мөмкинлек бирә.
«НИОХ-14» – дәүләт резервындағы стратегик препарат һәм кәрәк булған осраҡта ғына ҡулланыла», – тиелә Роспотребнадзор белдереүендә.
Башинформ.