Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Октябрь 2022, 16:56

Алкоголизм менән туберкулез йәнәш йөрөй

Хәмер ҡоллоғона бирелгәндәр үҙ ғүмерен ҡыҫҡартырға үҙҙәре мәжбүр. Алкоголизм һаҙлығына батҡан кешенең мейеһе, йөрәге, бауыры, ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк юлдары һәм енси биҙҙәре зыян күрә. Эскелек тын юлдарына айырыуса тәьҫир итә.

Алкоголизм  менән туберкулез  йәнәш йөрөй
Алкоголизм менән туберкулез йәнәш йөрөй

Алкоголдең күп өлөшө организмдан үпкә аша сыға. Үпкә аша үтеп, ул тын юлдарының лайлалы ҡатламын елһендерә.
Эскән кешенең организмы төрлө ауырыуҙарға бирешеүсән, шуларҙың иң мәкерлеһе – туберкулез. Алкоголизмдан яфаланыусылар араһында туберкулез йыш осрай. Ғәҙәттә эскән кеше шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәй, шешәләш «дуҫтары»ның ҡайһы берҙәре туберкулез менән ауырыуы ихтимал икәнлеген дә уйлап та бирмәй, бер һауыттан ашап-эсә. Ундайҙар насар туҡлана, йыш ҡына наркотиктар ҡулланыусан.

Туберкулез һәм алкоголизм менән яфаланыусы ауырыуҙар тирә-яҡтағылар өсөн бигерәк тә хәүефле, ни өсөн тигәндә, улар ҡаҡырыҡ менән бергә бик күп туберкулез бактерияларын бүлеп сығара, улар кешеләргә даими йоҡтороу сығанағы булып тора.
Был мәкерле сир уларҙа оҙаҡ ваҡыт беленмәҫкә лә мөмкин, ауырыу кеше үҙен яҡшы тоя, шуға күрә сирҙе асыҡлауҙа даими рәүештә флюорографик тикшеренеүҙәр үтеп тороу хәл иткес роль уйнай. Әммә, алкоголиктар, профилактик тикшеренеүҙәрҙән ҡасып йөрөп, ныҡлы ауырыуға дусар булғас ҡына медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә. Әгәр туберкулез менән ауырыған көйөнә һаман да иҫерткес эсемлектәр эсеүен ташламаһа, һауығыу оҙаҡҡа һуҙыла, дарыуҙарҙың да ярҙамы йүнләп теймәй, токсик-аллергик реакциялар барлыҡҡа килә.

Эскеселәр араһында туберкулездан үлеүселәр беренсе урында тора. Туберкулез менән ауырымаҫ өсөн мотлаҡ түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

- тейешле эш режимы, ял һәм йоҡо, тәмәке тартмаҫҡа һәм алкоголь эсмәҫкә;
- системалы рәүештә организмды сыныҡтырырға;
- даими һәм дөрөҫ туҡланырға. Ашаған ризығың башлыса йәшелсә-емештән торорға тейеш. Һөттө ҡайнатып ҡына эсергә;
- йәшәгән урының таҙа булырға һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләре тейешенсә үтәлергә тейеш;
- туберкулезға ҡаршы прививкаларҙы билдәләнгән ваҡытында яһатырға;
- йыл һайын флюорография һәм профилактик тикшеренеү үтергә.

Сәләмәт тормош алып барығыҙ!
Туберкулезды профилактикалау мәсьәләһе буйынса Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансерының Стәрлетамаҡ филиалына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк:
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Халыҡ тыҡрығы урамы,10-сы йорт. Белешмә өсөн телефондар: 8(3473) 28-22-51, сәғәт 8.00-дән 16.00-гә тиклем.


И. Николаева, бүлек мөдире.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: