Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Октябрь 2022, 13:40

БЕҘ УЙЛАҒАНДАН ҠУРҠЫНЫСЫРАҠ... йәки Киҙеү алдынан көнүҙәк һөйләшеү

Һәр кем дә бер тапҡыр булһа ла ауырып үткәрә торған сир ул. Кемдер уны ғәҙәттәге тымау һымаҡ күреп, хәүефле булыуын инҡар итеп, үҙенсә еңел генә үткәреп ебәрә, ә кемдәрҙер “ҡош” йәки “сусҡа” киҙеүенән ҡурҡып, ҡәҙимге гриптың уларҙан да ҡурҡынысыраҡ булыу ихтималлығына иғтибар бирмәй. Йыл һайын кешелекте хафаға һалған был хәтәр сир тураһында ентекләберәк һөйләүен һорап, гәзитебеҙҙең даими әңгәмәсеһе БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡ филиалы табип-эпидемиологы Валентина ДАНИЛОВАға мөрәжәғәт иттек.

БЕҘ  УЙЛАҒАНДАН ҠУРҠЫНЫСЫРАҠ... йәки Киҙеү алдынан көнүҙәк һөйләшеү
БЕҘ УЙЛАҒАНДАН ҠУРҠЫНЫСЫРАҠ... йәки Киҙеү алдынан көнүҙәк һөйләшеү

Көнкүреш әйберҙәре аша ла йоға

– Валентина Никандровна, грипп нисек йоға? Пандемия нилектән барлыҡа килә?
– Грипп – бик тиҙ таралыусан һәм иң киң таралған киҫкен йоғошло ауырыуҙар-ҙың береһе. Киҙеүҙе эләктереүҙә инфекция сығанағы булып ауырыу кеше тора, ҡайһы бер осраҡтарҙа хайуандар (әйтәйек, ҡош киҙеүе). Грипп вирусы бигерәк тә һауа-тын юлдары аша йоға. Уны йоҡтороу өсөн бик аҙ ғына доза ла етә. Киҙеү йоҡторған кешенең хәүефле булыуы уның өҫкө тын юлдарындағы вирустың миҡдарынан һәм катараль синдромдың сағылышынан (тымау, йүтәл, сөскөреү, тамаҡ ҡыҙарыу) тора.
Сирле кеше йүткергәндә, сөскөргәндә генә түгел, хатта тын алғанда ла үҙе янындағы һауала ауыҙ-танауҙан сыҡҡан бүлендек тамсыларынан зарарлы һауа барлыҡҡа килтерә. Һау кеше ошо һауаны һулаһа – сир йоҡтора. Шул рәүешле грипп вируслы бактериялар тарала һәм ауырыу тирәһендә зарарлы зона барлыҡҡа килә.
Әйткәндәй, был зарарлы һауа эргәләге предметтар өҫтөнә ултыра һәм үҙенең тышҡы мөхиттәге әүҙемлеген бер нисә сәғәт дауамында һаҡлана. Вирус көнкүреш әйберҙәре аша ла йоғоуы ихтимал (һауыт-һаба, таҫтамал, мебель). Грипп вирустары бүлмә температураһында бер нисә сәғәттә үлә, әммә бүлмәләге бөтә кешеләргә сирҙе йоҡтороу өсөн был ваҡыт етә ҡала. Йүткергәндә һәм сөскөргәндә ҡуҙғытыусы вирус 3,5 метр араға тиклем тарала.
Пандемия быға тиклем кешеләр араһында таралмаған грипп вирусы барлыҡҡа килгәндән һуң килеп сыға һәм шуға күрә уға иммунитет булмай. Бындай осраҡта ауырыу грипп миҙгеле өсөн ғәҙәти булған ауырыуҙан тыш тоҡана.

– Ауырыу нисек беленә?
– Улар күптән билдәле. Шулай ҙа тағы бер ҡабат иҫкә төшөрөп үтәйек. Ауырыу йоҡҡандан һуң тәүге клиник билдәләр 12-48 сәғәттән һуң беленә. Киҙеү тәүге тәүлектәрҙә интоксикацияланыу билдәләре менән киҫкен башланып китә: тән температураһы 38-40 градусҡаса күтәрелә, ныҡ итеп баш ауырта (бигерәк тә маңлай өлөшө), һөйәктәр, быуындар һыҙлай, хәлһеҙлек, арығанлыҡ күҙәтелә, күҙ алмалары ауырта. Ауырый башлағандан һуң 2-3-сө тәүлегенә генә тымау, ҡоро йүтәлләү барлыҡҡа килә, күҙҙән йәш аға. Киҙеү менән ауырыусы үҙен ныҡ насар тоя.
Уға өҫкө тын юлдарының зарарланыуы, көслө интоксикация һәм биҙгәк тотоу хас. Ул тиҙ таралыуы һәм йыш ҡына үлемгә дусар итеүсе ауыр өҙлөгөүҙәргә килтереүе менән хәүефле.

Иҫкәртеүҙең төп ысулы – вакциналау

– Грипп киҙеүе кемдәргә айырыуса ҡурҡыныс янай?
– Грипп йоҡтороу бигерәк тә бәләкәй балаларға һәм өлкән йәштәге, шулай уҡ иммунитеты ҡаҡшаған һәм хроник патологиялы кешеләргә ҡурҡыныс.
Иң хәүеф янаған ауырыуҙар – ул сирҙе аяғөҫтө йөрөп үткәргән кешеләр, ауырығаны әллә ни һиҙелмәгән дә һымаҡ (тән температураһы күтәрелмәй, аҙ ғына хәлһеҙлек һиҙелә, аппетиты яҡшы), әммә ул йыш йүтәлләй, тымаулай, сөскөрә. Бындай сир йоҡтороусылар йәмғиәттән изоляцияланмаған көйө эшкә йөрөүен, йәмәғәт транспортында йөрөүен да-уам итә, балалар мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөй һәм тирә-яҡтағыларҙы зарарлай. Айырыуса ул йөклө ҡатындар өсөн хәүефле, балаһы үле тыуыуы йәки ауыры төшөү ихтимал.

– Уның эҙемтәләре тураһында ла аңлатып үтегеҙ әле?
– Грипп ауыр өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал: киҫкен бронхит, вируслы һәм бактериаль пневмония, гайморит, отит һәм башҡа хроник сирҙәр киҫкенләшеүе; йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үҙәк нервы системалары зарарланыуы; бәләкәй балаларҙа тамаҡ шешеүе мөмкин. Киҙеү организмдың һаҡланыу көстәрен хәлһеҙләндерә.

– Был киҙеүҙән нисек ҡурсаланырға һуң?
– Иң мөһим профилактик сараларҙың береһе булып ауырыуҙы һау кешенән айырым тотоу (изоляциялау). Хәҙерге социаль тормошта ысынында иһә быны эшләүе бик ауыр. Ер шарындағы халыҡ финанс тотороҡлолоғона, үҙаллылыҡҡа ынтыла, шуға күрә эшкә сыҡмай ҡалыу, коллегия, кәңәшмә, эшлекле осрашыуҙарға бармай ҡалыу яҡшы түгел.
Гриптан һаҡланыу өсөн вирусҡа ҡаршы препараттар ҙа яҡшы профилактик сара булып тора. Унан һуң шуныһы ла бар: ярай ҙа ауырый башлаған кеше үҙенең грипп йоҡторғанын аңлап тейешле препаратты һайлай алһа.
Медицинала грипты иҫкәртеүҙең төп ысулы – вакциналау, ул грипп инфекцияһын специфик иҫкәртеүҙә үҙен иҫбатлаған профилактик алым булып ҡала. Вакциналарҙың составында тере, әммә көсһөҙләндерелгән йәиһә үле грипп вирусы йәки уның компоненттары (антигендары) булыуы мөмкин.

Тере вакцина иң тотороҡло иммунитет булдыра, әммә ғәмәлдә ҡулланылмай, ни өсөн тигәндә, уны организм ауыр үткәрә, иммунитеты насар кешегә уны яһатырға ярамай. Хәҙер грипты профилактикалау өсөн гриптан төрлө вакциналар бар – “Гриппол плюс”, “Инфлювак”, “Ультрикс”, «Ваксигрипп». Уларҙы организм еңел үткәрә һәм иммунитеты түбән булған кешегә лә ҡулланырға рөхсәт ителә. Инактивациялы вакцинаның файҙаһы яҡынса ун көндән үк тейә һәм йыл буйына һаҡлана.
Шул уҡ ваҡытта коронавирус менән сирләп китмәҫ өсөн дә ковидҡа ҡаршы прививка эшләтергә онотмағыҙ. Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ.


Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: