Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Ноябрь 2022, 15:39

Инфекциянан нисек һаҡланырға?

Телефон, планшет, ноутбук, ҡолаҡсындар, аҡыллы сәғәттәр - барыһы ла бактерия һәм вирус сығанағы, төрлө инфекциялар тыуҙырыусы булыуы мөмкин.

Инфекциянан нисек һаҡланырға?
Инфекциянан нисек һаҡланырға?

Ни өсөн шулай килеп сыға? "Роспотребнадзор"ҙың фекере һәм кәңәштәре:

  Мобиль телефон йыш ҡына ҡулдан ҡулға йөрөй, ә ҡулдар күп осраҡта бысраҡ була.
  Һөйләшкән саҡта беҙ телефонды биткә яҡын килтерәбеҙ.
  Ҡайһы берәүҙәр, зыян килтереүҙән ҡурҡып, гаджеттарын бер ҡасан да таҙартмай.
  Күптәр кеҫә телефондарын үҙҙәре менән бәҙрәфкә ала, ул урын бактерияларға бик «бай».

Мөһим! Тап кеҫә телефоны киҙеү, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы йәки COVID-19 тыуҙырыусы һәм таратыусы булыуы мөмкин.

Инфекциянан нисек һаҡланырға?

Ҡулығыҙҙы таҙа тотоғоҙ:

  Йәмәғәт урындарында булғандан һуң һәм бәҙрәфтән сыҡҡас, 20 секунд дауамында ҡулығыҙҙы йыуығыҙ, һуңынан бер тапҡыр файҙалана торған ҡағыҙ таҫтамал менән ҡоротҡансы һөртөгөҙ.
  Һәр ваҡыт үҙегеҙ менән антисептик салфеткалар, гелдәр, спрейҙар һәм башҡа әйберҙәр йөрөтөгөҙ.

Гаджеттарығыҙҙы таҙартып тороғоҙ:

  Телефонығыҙҙы антисептик саралар менән даими таҙартығыҙ.
  Чехолын алып, айырым эшкәртергә кәрәк. Грипп, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, COVID-19 сиренә ҡаршы спирт нигеҙендә эшләнгән салфеткалар, гелдәр ҡулланығыҙ.

Планшеттар, ноутбуктар, аҡыллы сәғәттәр тураһында ла онотмағыҙ. Уларҙы ла таҙартырға кәрәк.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас: