Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Ноябрь 2022, 16:25

Евгений Балицкий Башҡортостан табиптарына рәхмәт белдерҙе

Запорожье өлкәһендә Башҡортостандан дүртенсе табиптар бригадаһы үҙ эшен тамамлай.

Евгений Балицкий Башҡортостан табиптарына рәхмәт белдерҙе
Евгений Балицкий Башҡортостан табиптарына рәхмәт белдерҙе

Бер айҙа медиктар өлкә халҡына тар йүнәлешле медицина ярҙамы күрһәтте, шулай уҡ урындағы белгестәр Рәсәй Федерацияһында ҡабул ителгән диагностика һәм дауалау протоколына ярашлы үҙ квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген алды.

«Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, гинекологтар, урологтар, нейрохирургтар һәм башҡа белгестәр Запорожье өлкәһе халҡына 700-гә яҡын амбулатор консультация үткәргән, 1200 клиник осраҡты тикшергән, 240-тан ашыу операция яһаған. Бөгөнгө көндә л төбәктә медицинахеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ бар, Запорожье дауаханалары медицина ҡорамалдарына мохтаж. Запорожье өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Евгений Викторович Балицкий үҙҙәренең эш урындарында ҡалған, пациенттарын ташлап китмәгән табиптарыбыҙға рәхмәтле», –  тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Уның һүҙҙәренсә, Запорожье өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентин Павловҡа ла рәхмәт белдерҙе. Тап уның башланғысы менән төбәктә медицина десанты ойошторолған. Шулай уҡ күсмә медицина бригадаһы етәксеһе Урал Абдуллин һәм Запорожье өлкәһе халҡына юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән табиптар һәм шәфҡәт туташтары Балицкийҙан рәхмәт хаты алды.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: