+28 °С
Болотло
Һуңғы 10 эсендә генә лә 1724 кеше бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән яфаланған. Ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 42,9 кеше тура килә. Бынан тыш 2022 йыл күрһәткесе башҡа йылдағылар менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға юғарыраҡ икән. Башҡортостандың 47 районына һәм 7 ҡалаһына был сир үтеп ингән. Шулай уҡ 5 административ биләмәлә – Благовещенск, Тәтешле, Өфө, Краснокама, Асҡын райондарында сир республика күрһәткесенән 2 һәм унан да күберәк тапҡырға артығыраҡ күҙәтелгән. Был хаҡта БР Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.