+28 °С
Болотло
«Табиптар етешмәй, белгестәрҙең сирләгән осраҡтары бар. Шуға уларға ваҡытлыса яҙылып булмай», - тине Черенков.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер аҙна элек уҙған оператив кәңәшмәлә лә был мәсьәлә күтәрелгәйне. Ул саҡта Радий Хәбиров үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Өфө мэрияһына халыҡ менән осрашырға һәм уларҙың ялыуҙарын тыңларға ҡушты.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса уҙған йоманан комиссияларҙың райондарға сыға башлауҙары тураһында отчет бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, ҡайһы бер медицина учреждениеларында мәсьәләне кадрҙарҙы алмаштырыу ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин.
Башинформ.