Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Февраль 2023, 09:45

БИРҘЕҒОЛОВТАР ДИНАСТИЯҺЫН ДАУАМ ИТЕП

Ғүмерендә бер тапҡыр ғына булһа ла теше ауыртмаған йәки теш табибына күренмәгән кеше бар микән? Юҡ, әлбиттә! Ә бына үҙ эшенең оҫтаһы булған табипҡа эләгеү – үҙе бер бәхет. Мәҫәлән, үҙем бынан утыҙ йылдар элек ҡуйылған тештәрем өсөн Ирәндек Заһит улы Бирҙеғоловҡа әле һаман рәхмәтлемен! Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ әле – ул ҡуйған тештәр утыҙ йыл тора! Бына шундай миҫалда күренә лә инде оҫтаның эше. “Хоҙайҙан ебәрелгән табип” тиҙәр ундайҙар тураһында.

Ә бөгөн инде уның үҙ клиникаһы бар. Хәҙер бишенсе йыл ҡалабыҙҙғағы “Мой доктор” тип аталған стоматология клиникаһына пациенттар ҙур теләк менән йөрөй. “Атаһынан күргән – уҡ юнған”, тигәндәй, Ирәндек Бирҙеғоловтың ҡыҙы Әлиә Трубицына ла атаһының юлын һайлаған, клиника асылғаны бирле ул бында эшләй. Әлиә башта Ырымбур медицина университетының стоматология факультетында стоматолог һөнәрен үҙләштергән, әле ул Башҡорт дәүләт медицина университеты ординатураһында стоматолог-ортопед һөнәре буйынса белемен камиллаштыра.

 – Эшемде яратам, киләсәктә ортопед булырға уйлайым, – ти йәш белгес.

 Ирәндек Заһит улы – филиалдың коммерция директоры, йәмәғәте Әлфиә ханым да ошо уҡ клиникала администратор булып эшләй. Етәкселек йөгөн тартыу менән бергә, тәжрибәле теш табибы йәш белгестәрҙе стоматология серҙәренә төшөндөрә: “ортодонтия аппараттары”, йәғни тешләнеште (прикус) төҙәтеү өсөн пластинкалар эшләргә, пациенттарға теш коронкалары ҡуйырға, яңы эш алымдарына, сифатлы материалдар менән эш итергә өйрәтә. Ул шулай уҡ, йәштәрҙең белемен арттырыу өсөн, төрлө ҡалаларҙа уҙғарылған оҫталыҡ дәрестәренә уҡырға ебәреү эштәрен дә ойоштора.

– Йәш белгестәр яңы алымдар менән эшләргә ярата, шуға уларға өҙлөкһөҙ белемдәрен камиллаштырып торорға кәрәк”, – ти етәксе.

Әйткәндәй, Ирәндек Бирҙеғоловты ҡалабыҙҙа әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та яҡшы беләләр. Ҡалала үткән бер мәҙәни сараны ла, премьераны ла, концертты ла ҡалдырмай, һәр саҡ мәҙәни тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәүе лә һоҡландыра. “Ашҡаҙар” гәзитенең дә (сыға башлағандан бирле) тоғро дуҫтары Бирҙеғоловтар!

Клиникалағы йәнә бер матур күренеш: бында һәр ваҡыт саф башҡортса һөйләшәләр. Әйткәндәй, Әлиә Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла уҡыған. Бирҙеғоловтарҙың оло ҡыҙҙары Светлананың ҡыҙы Азалия ла әле ошо гимназияла уҡып йөрөй. Ул да үҙенең буласаҡ һөнәрен күптән уйлап ҡуйған инде – олтаһы юлынан китмәксе. Бына шулай, теш табиптары династияһын Бирҙеғоловтар лайыҡлы дауам итә, тип әйтергә була. Халыҡ өсөн бик тә кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштарға ирешегеҙ, абруйлы табиптар! Эштәрегеҙ артабан да уң булһын!

Стоматологтар көнө уңайынан Әлиә Трубицына “Мой доктор” клиникаһы коллективы исеменән:

– Ынйылай тештәребеҙҙе күрһәтеп, бер-беребеҙгә матур йылмайыу бүләк итеп йәшәйек, дуҫтар! – тип теләп ҡалды.

 Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

БИРҘЕҒОЛОВТАР  ДИНАСТИЯҺЫН ДАУАМ ИТЕП
БИРҘЕҒОЛОВТАР ДИНАСТИЯҺЫН ДАУАМ ИТЕП
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: