Ашҡаҙар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Февраль 2023, 10:17

Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк, һәм уны кемдәр үтергә тейеш

2023 йылда республика поликлиникаларында халыҡты планға ярашлы диспансерлаштырыу дауам итә. Профилактика маҡсатында үткәрелгән был медицина тикшереүе төрлө сирҙәрҙе, хатта кеше үҙе лә һиҙмәгән ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.

Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк, һәм уны кемдәр үтергә тейеш
Диспансерлаштырыу ни өсөн кәрәк, һәм уны кемдәр үтергә тейеш

Шуға күрә, бер ниндәй ялыу һәм сир билдәләре булмаған хәлдә лә, диспансерлаштырыуҙы мотлаҡ үтергә кәрәк. Был сараның маҡсаты – ауырыуҙарҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, тиҙ арала дауалау һәм артабан һау-сәләмәт булып, тормошҡа ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йәшәүгә булышлыҡ итеү.

Башҡортостанда диспансерлаштырыу көн һайын 8.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә 16.00 сәғәткәсә уҙғарыла. Медицина тикшереүе үтергә ваҡыт етеүе хаҡында үҙегеҙ беркетелгән поликлиниканан йәки страховкалау компанияһынан смс-хәбәр киләсәк. Әгәр яҡын арала диспансерлаштырыу үтергә теләйһегеҙ икән, үҙегеҙ теркәү бүлегенә шылтыратып яҙылығыҙ.

Тикшереү нисек уҙғарыла

18 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы бушлай диспансерлаштырыу үтеүгә хоҡуҡлы. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мәрәжәғәт итергә, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисын алырға кәрәк.
Диспансерлаштырыу ике өлөштән тора. Беренсе этапта табип диагностика һәм база кимәлендәге тикшереүҙәр үткәрә: тән ауырлығы, артериаль ҡан баҫымы үлсәнә, ҡандағы глюкоза, холестерин кимәле асыҡлана, флюорография, ЭКГ, онкоскринингтар һ.б. яһала. Киләһе этап – тар белгестәргә күренеү һәм өҫтәмә тикшеренеүҙәр үтеү. Икенсе этапты табип тәүгеһенең һөҙөмтәләренә ҡарап билдәләй. Был осраҡта рентгенография йәки үпкәнең компьютер то- мографияһы, колоноскопия, ЭФГДС, ректороманоскопия, спирометрия, бра- хиоцефаль артерияларҙы дуплекслы сканерлау һ.б. тәғәйенләнеүе бар.

Барлыҡ тикшеренеүҙәрҙе үткәндән һуң табиптар диагноз ҡуя, дауалау алымдары тәҡдим итә һәм һаулыҡ төркөмөн билдәләй.
I төркөм – тулыһынса һау-сәләмәт, хроник сирҙәре йәки уларҙың үҫешенә булышлыҡ иткәндәй факторҙар булмаған кеше.
II төркөм – сир барлыҡҡа килтерерлек факторҙар бар, уларҙы бөтөрөү талап ителә.
III төркөм – дауалау талап ителгән сирҙәр бар. Был осраҡта пациентҡа диспансер күҙәтеүе тәғәйенләнә.
Тикшереү һөҙөмтәләренә бәйле барлыҡ мәғлүмәт Һаулыҡ паспортына индерелә.

Бер йылда 1,2 миллион кеше тикшереү үткән

Былтыр Башҡортостанда 1,2 миллион кеше диспансерлаштырыу үткән, уларҙың күбеһендә һаулыҡҡа бәйле проблемалар асыҡланған. Профилактик ҡарау барышында табиптар пациенттарҙа 176 мең сир тапҡан. Йәғни быға тиклем кеше үҙендә ниндәйҙер сир булыу ихтималлығы хаҡында уйлап та бирмәгән. Әгәр табипҡа ваҡытында бармаһа, дауалауҙы һуңлап башлауы, ваҡытты үткәреп ебәреүе, сирҙе аҙҙырыуы ла ихтимал ине. Хатта яман шеш кеүек ҡурҡыныс сирҙе лә иртә асыҡланған осраҡта уңышлы дауалап була.
Табиптар билдәләүенсә, күптәрҙең ҡан әйләнеше системаһында проблемалар булған, икенсе урында – аҙыҡ эшкәртеү ағзалары сирҙәре, өсөнсөлә – тын алыу ағзалары ауырыуҙары. 15 кешелә туберкулез табылған, 843 кешелә – яман шеш, 2,5 мең пациентта – шәкәр диабеты, 3 меңдән ашыуҙа йөрәктең ишемик ауырыуы асыҡланған.

Диспансерлаштырыу һөҙөмтәләренә ярашлы табиптар 18 мең кешене өҫтәмә тикшереүгә ебәргән, 62 мең кеше шифахана-курорт дауалауына йүнәлтмә алған, 2 меңгә яҡын пациент- ҡа юғары технологиялы ярҙам (заманса медицина ҡорамалдары ҡулланып яһаған ҡатмарлы операциялар, компьютер томографияһы, МРТ һ.б.) талап ителгән.

2023 йылда кемдәр диспансерлаштырыу үтергә тейеш
2005, 2002, 1999, 1996, 1993, 1990, 1987, 1984 йылдарҙа тыуғандар. 40 йәше тулған граждандар һаулығын йыл һайын тикшертә.

Ниндәй тикшеренеүҙәр онкологияны асыҡларға ярҙам итә?


Яман шеште иртә билдәләү маҡсатында диспансерлаштырыуға иң таралған шештәрҙе тикшереүҙе индерҙеләр. Улар бушлай үткәрелә.

  18 йәштән 64-кәсә ҡатын-ҡыҙҙарға өс йылға бер тапҡыр аналыҡ муйынтығы өҫтөнән анализ алыу (аналыҡ муйынтығы яман шешен иртә асыҡлау өсөн);
  40–75 йәшлек ҡатындарға ике йылға бер тапҡыр – маммография;
  45, 50, 55, 60 һәм 64 йәштәге ирҙәргә ҡандағы простат-специфик антигендарҙы асыҡлау (енес биҙе яман шешен асыҡлау);
  40–64 йәштәге кешеләргә – ике йылға бер тапҡыр, 65–75 йәшлектәргә йыл һайын эсәклектә ҡан булыу-булмауын асыҡлау анализы;
  эзофагогастродуоденоскопия – 45 йәштә (ҡыҙыл үңәстә, ашҡаҙанда һәм эсәктәрҙә яман шеш хәүефе булған осраҡта).

Көнүҙәк һорау

Медицина тикшереүенә нисек ваҡыт бүлергә?

Һәр хеҙмәткәргә диспансерлаштырыу үтеү өсөн түләүле өҫтәмә ял көнө ҡаралған. Ул 18-ҙән 39 йәшкәсә кешеләргә – өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән һуң – йылына бер тапҡыр, эшләп йөрөгән пенсионерҙарға һәм пенсия алды йәшендәге граждандарға (52-нән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар һәм 57 йәштән олораҡ ир-егеттәр) йылына ике тапҡыр бирелә. Медицина тикшереүе үтеү өсөн көндө эш биреүсе менән хеҙмәткәр үҙ-ара килешеп билдәләй.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

 

Автор:
Читайте нас: