Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Февраль 2023, 10:50

Республиканың тоҙло күлендә яңы шифахана төҙөлә

Көйөргәҙе районының Яҡут күле буйында яңы шифахана төҙөлә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, шифалы батҡаҡлы һыу ятҡылығы халыҡ араһында бик популяр.

Республиканың тоҙло күлендә яңы шифахана төҙөлә
Республиканың тоҙло күлендә яңы шифахана төҙөлә

«Беҙҙә ләм дауалау үҙенсәлегенә  эйә, тигән документтар бар. Һығымта Петербург медицина ғилми үҙәгенән алынған. Бына ун йыл инде ошо күлдән кеше өҙөлгәне юҡ. Халыҡ һыу инә, һаулығын нығыта. Башлыса быуын ауырыуҙарынан файҙаһы ҙур. Күл буйында ял итеүселәр йылдан-йыл арта. Шуға күрә был урынды төҙөкләндерергә булдыҡ», — ти Тимур Иҙрисов.

Яңы курортты быйыл төҙөй башлау планлаштырыла. Шифахана 750 кеше өсөн иҫәпләнгән, уның составында дауалау-һауыҡтырыу корпусы, отель, йәшәү өсөн айырым йорттар, ашхана һәм ресторан, спорт һәм балалар майҙансыҡтары була, шулай уҡ бында 120 яңы эш урыны булдырыла.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, шифахана төҙөү һәм уны йыһазландырыу 1,5 миллиард һумға төшә. Тимур Иҙрисов һүҙҙәренсә, проектҡа аҡса һалырға әҙер инвестор табылған. Яңыраҡ проект Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды. Республика яғынан ошондай объекттарға ҡыҙыҡһыныу ҙур һәм беҙ ярҙам итергә әҙер, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: