Асыҡланыуынса, улар күптән түгел Мысырҙа ял иткән. "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында аңлатыуҙарынса, балалар был сирҙән прививка яһатмаған булған. Күҙәтеү ведомствоһы эпидемиологтары бәйләнештә булған кешеләр даирәһен билдәләгән. Уларға ашығыс иммунизация үткәрелгән, әле барыһы ла медицина күҙәтеүе аҫтында. Эпидемиологик тикшереү дауам итә, хәл "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы контролендә.
Бынан алда иһә Башҡортостанда Тажикстандан килгән балаларҙың ҡыҙылса менән ауырыуының ике осрағы асыҡланған булған.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ – был бәләнән балаларҙы ҡурсалап булыр ине. Ысулы ябай – ваҡытында вакцинациялау үтергә кәрәк.
Белгестәр билдәләүенсә, вакцина яһау – хәҙерге заман медицинаһының айырылғыһыҙ, мөһим йүнәлеше, инфекцияларға ҡаршы көрәшеүҙең хәүефһеҙ, һөҙөмтәле ысулы. Тап вакцина эшләү ярҙамында кешелек тәбиғи сәсәк (оспа), полиомиелит кеүек үтә хәүефле, миллионлаған кешенең ғүмерен өҙгән һәм күптәрҙе инвалид яһаған йоғошло сирҙәрҙе еңгән. Шулай уҡ ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ, дифтерия, тартышыу ауырыуы (столбняк) кеүек сирҙәргә дусар булғандар һаны ҡырҡа кәмегән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, халыҡта иммунитет булдырыу йыл һайын ике-өс миллион кешенең ғүмерен ҡотҡара, шуға күрә вакцина яһатыуҙан баш тартырға ярамай. Был – ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн яһалған яуаплы аҙым ул.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-03-15/balalar-y-ylsa-men-n-auyryy-3178026