Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
28 Март 2023, 18:20

Яҙғы хәлһеҙлеккә ҡаршы туғыҙ кәңәш

Календарҙа яҙ айы башланыу менән кеше организмы ҡояш, шатлыҡ һәм күңел күтәренкелегенә өмөт итә. Әммә тәҙрәнән урамға ҡараһаң, шул уҡ күренеш: һаман дауам иткән ҡыш, ямғыр, һоро болоттар. Нисек кәйеф төшмәһен? Көс-дәрт тә самалы, бер нимә лә эшләге килмәй. Шулай ҙа, табиптар һәм психологтар билдәләүенсә, кәйефте көйләп була һәм быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Һеҙҙең иғтибарға күңел төшөнкөлөгөнән аралаған бер нисә ябай кәңәш.

Яҙғы хәлһеҙлеккә ҡаршы  туғыҙ кәңәш
Яҙғы хәлһеҙлеккә ҡаршы туғыҙ кәңәш

1. Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ
Сәләмәт һәм яҡшы йоҡо кеше өсөн һәр миҙгелдә лә мөһим. Әгәр быға тиклем йоҡо, ял һәм эш ваҡытын дөрөҫ бүлмәгән булһағыҙ, тиҙ арала хәлде төҙәтегеҙ. Төнгө 12-гә тиклем йоҡлап китергә тырышығыҙ, сөнки тап ошо мәл ял итеү һәм организмдың көс-ҡеүәтен тергеҙеү өсөн иң файҙалы ваҡыт һанала. Йоҡо кәм тигәндә 7-9 сәғәт дауам итергә тейеш. Беҙҙең бурыс – ял итеп, яҡшы кәйефтә уяныу.

2. Физкультура менән дуҫ булығыҙ
Бер аҙна самаһы иртәнсәк физик күнегеүҙәр яһаһағыҙ, был шөғөл ғүмерлек ғәҙәткә әйләнеүе ихтимал. Ябай ғына эйелеп-бөгөлөүҙәр арыу-талыуҙы ситкә ҡыуа, кәйефте күтәрә. Төҙ һәм хәрәкәтсән кәүҙә, ҡыш дауамында йыйылған артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу күңел торошоғоҙға ыңғай тәьҫир итер.

3. Йышыраҡ йәйәү йөрөгөҙ
Һауа торошона ҡарамай, йышыраҡ йәйәү йөрөргә тырышығыҙ. Ҡышҡы осорҙа организм ҡояш нурҙарына ҡытлыҡ кисерә һәм әле уға ошоно тултырырға кәрәк. Билдәле булыуынса, ҡояш нурҙары баш мейеһенең, ғөмүмән, тотош организмдың эшмәкәрлеген көйләй. Эшкә йәйәү йөрөргә тырышығыҙ йәки автобустан бер-ике туҡталышҡа алданыраҡ төшөп ҡалырға ғәҙәтләнегеҙ. Яҙғы саф һауа кәйефте ҡәһүәгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ күтәрә.

4. Урын-ерҙе, хәл-торошто үҙгәртегеҙ
Яҙғыһын йылы яҡҡа ялға барып ҡайтыу – шәп идея, әммә уны һәр ваҡыт тормошҡа ашырып булмай. Ә бит тыуған ауылыңдан йәки ҡалаңдан сыҡмайынса ла яңы тәьҫораттар алырға мөмкин. Өйөгөҙҙәге йыһаздың урынын алмаштырығыҙ, яңы тәҙрә пәрҙәләре йәки диван мендәрҙәре һатып алығыҙ. Үҙегеҙҙе яңы сәскә менән ҡыуандырығыҙ. Ошоноң ише бәләкәй генә әйберҙәр бүлмәгеҙҙе генә түгел, кәйефегеҙҙе лә яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Эш урынына бер генә ботаҡ мимоза алып килеп ҡуйыу ҙа мөғжизә тыуҙырыуы ихтимал.

5. Дөрөҫ туҡланығыҙ
Дөрөҫ туҡланмау сәбәпһеҙ арыуға нигеҙ булыуы бар. Яҙғыһын майлы ризыҡтарҙан баш тартып, йәшелсә, еләк-емеш һәм йәшел тәмләткестәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Башҡортостанда билдәле нутрициолог Анна Евгенова ла ризыҡтың төҫөнә иғтибар бирергә кәңәш итә:
– Ярты йыл буйы тигәндәй аҡ төҫ солғанышында йәшәнек, беҙгә ҡояш һәм сағыу төҫтәр етмәне, шуға күрә аҙыҡты төрлө төҫтәр менән байытығыҙ. «Йәйғорҙо аша» тигән кәңәш бар. Кеше йәйғор төҫтәрендәге ризыҡтарҙы ашаһа, яҡшы баланслы рацион барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ҡыҙыл помидор, ҡыҙғылт әфлисун, һары банан, шәмәхә төҫөндәге сөгөлдөр һ.б. Туңдырылған еләк-емеште лә ҡурҡмай файҙаланығыҙ. Улар кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, витаминдарға, минералдарға бай булыуы менән дә ҡиммәт.
6. Ижад менән шөғөлләнегеҙ
Бында һүҙ ҡиммәтле буяуҙар, мольберт йәки күрше магазиндан күп итеп йөн ептәр һатып алыу хаҡында бармай. Иң тәүҙә нимәнән ҡәнәғәтлек алыуығыҙ тураһында уйлағыҙ, күптән хыял иткән шөғөлдө иҫкә төшөрөгөҙ. Бәлки, ныҡ тәмле итеп бешеренәһегеҙҙер. Ғаилә ағзалары, өйрәнеп бөткәнгә күрә, быға артыҡ әһәмиәт биреп тә бөтмәйҙер. Ул саҡта кулинар блог алып барырға мөмкин. Бының өсөн телефон һәм интернет ҡына кәрәк. Күпме кешенең нисек итеп тәмле бәлеш йәки ҡоймаҡ бешереү серҙәре менән ҡыҙыҡһыныуын белеп тә етмәйһегеҙҙер әле. Һеҙгә бының бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә кемдер өсөн кәңәштәрегеҙ үҙе бер асыш булыуы ихтимал.
7. Дуҫтар менән аралашығыҙ
Яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырышығыҙ, сөнки кеше бер үҙе булғанда уны күңелһеҙ уйҙар баҫыусан. Дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ йәки туғандарығыҙға ҡунаҡҡа барып ҡайтығыҙ. Яҡшы кәйефле, тормош яратҡан кешеләр менән аралашығыҙ. Шатлыҡ та, һағыш кеүек, тиҙ «йоғоусан».

8. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ
Яҙғыһын төрлө сирҙәр баш ҡалҡытыусан, шуға күрә табипҡа күренеү, анализдар биреү, ҡан баҫымын контролдә тотоу артыҡ булмаҫ. Быны тулыһынса диспансерлаштырыу ваҡытында эшләргә мөмкин. Уның өсөн эш урынынан ял көнө, ә пенсия алды йәшендәгеләргә хатта ике көн биреү ҡаралған. Диспансерлаштырыу сирҙәрҙе иртә асыҡларға һәм ваҡытында дауаларға булышлыҡ итә.
9. Башҡаларға ярҙам итегеҙ
Сама менән аҙ ғына ялҡауланып алыу файҙалы ла. Оҙайлы уйланыуҙар үҙгәрештәргә юл аса, кешеләргә ярҙам итеү, йөрәк ҡушҡанса эшләү һәм йәшәү теләге уята. Мәҫәлән, ирекмән булырға мөмкин. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штабтың ирекмәне була ала. Был штаб махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә: магазиндан аҙыҡ-түлек алып килеүҙә, хужалыҡ эштәрендә, бәләкәй балаларҙы ҡарашыуҙа булыша.
Шулай уҡ «Атайсал» проектында ҡат­на­шырға мөмкин. Был башланғыс иң йылы хистәр бәйләгән тыуған төйәгеңә ярҙам итеү мөмкинлеге бирә. Шишмә таҙартаһыңмы, парк булдыраһыңмы, урындағы китапханаға китаптар бүләк итәһеңме – һәр ярҙам күңелеңә дәрт һәм яҡшы кәйеф өҫтәр.

МӨҺИМ!
Күңел төшөүҙе депрессиянан нисек айырырға?

Насар кәйеф, күңел төшөү – һәр кемгә хас халәт. Бәхеткә күрә, ундай кәйеф үтә һәм тормош тағы ла сағыу төҫтәрҙә балҡый башлай. Әммә хәлһеҙлек, йоҡлай алмау, үҙ-үҙеңдән риза булмау йышайһа, элекке аралашыуҙарҙан ситләшһәгеҙ, бығаса теләп башҡарған шөғөлдәр шатлыҡ килтермәһә, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Депрессия – ул сир. Бөгөн уның ауына эләгеүселәр артҡандан-арта бара һәм уны ваҡытында дауалау зарур.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: