Ашҡаҙар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Май 2023, 16:00

Стәрлетамаҡ районына «Сәләмәтлек поезы» килде

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда йәнә «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башланы. Был акция республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бишенсе йыл рәттән уҙғарыла. Уға ихтыяж шул тиклем ҙур, хатта уны Рәсәй кимәлендә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танынылар һәм бөтә илдә ҡулланырға кәңәш иттеләр.

Стәрлетамаҡ районына «Сәләмәтлек поезы» килде
Стәрлетамаҡ районына «Сәләмәтлек поезы» килде

Был күсмә мобиль комплекстар пациенттарҙы урында ҡарау өсөн республиканың иң алыҫ мөйөштәренә юллана. Ауыл халҡы табиптарға мөрәжәғәт итергә яратмай, айырыуса баҡса эштәре осоронда сәләмәтлек артҡы планға күсә. Бының сәбәптәре төрлө – район дауаханаһынан алыҫ йәшәү, ваҡыт етмәү, сирҙең тәүге билдәләренә иғтибар бирмәү. Һөҙөмтәлә кеше ауырыуы аҙғас ҡына табиптарға мөрәжәғәт итә.

«Сәләмәтлек поездары» өй алдына тигәндәй килә. Был бер нисә табип-терапевт ҡына түгел: «поезд» составына күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Республика клиник дауаха-наһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностикалау хеҙмәттәре йәлеп ителгән.

ФЕКЕР

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең «Сәләмәтлек поездары» тотороҡло рәүештә һөҙөмтәләр бирә. Бер яҡтан, улар борсоулы, сөнки һәр диагнозға кеше яҙмышы бәйле. Икенсе яҡтан, был акцияны төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тикшереү үтеү һәм, кәрәк икән, артабан дауаланыу өсөн мөмкинлеге булһын тигән маҡсатта ойошторҙоҡ.

Ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау һәм дауалай башлау өсөн был алым яҡшы күренеш. Хатта онкология сирҙәрен дә иртә стадияла уңышлы дауалап була. Шуға күрә даими тикшереү үтергә һәм сәләмәтлегеңә иғтибар бүлергә кәрәк.

«Сәләмәтлек поездары» тар йүнәлешле белгестәргә ҡабул итеүгә эләгергә мөмкинлек бирә. Улар – хирургтар, акушер-гинекологтар, онкологтар, кардиологтар, офтальмологтар, урологтар, неврологтар, стоматологтар, эндокринологтар, ультра-тауыш диагнос-тикаһы (УЗД) табиптары, тар йүнәлештәге балалар табиптары.

Бер нәмә өсөн дә түләргә кәрәкмәй! Барлыҡ тикшеренеүҙәр бушлай уҙғарыла. Документтарҙан бары тик паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы кәрәк. Табипҡа алдан яҙылырға кәрәкмәй – ҡабул итеү сират буйынса уҙғарыла. Шуныһы уңайлы: күсмә ҡабул итеү менән шөғөлләнгән табиптарға кешеләрҙең пропискаһы мөһим түгел. Мәҫәлән, «поезд» бер төбәктә ҡабул итә, ә һеҙ күрше районда йәшәйһегеҙ – һеҙҙе барыбер ҡабул итәсәктәр. Өҫтәүенә төрлө маршруттарҙа төрлө табиптар эшләй. Әгәр һеҙгә офтальмолог килмәһә, күрше ауылда эшләй икән, ҡыйыу рәүештә унда бара алаһығыҙ, табип мотлаҡ ҡараясаҡ.

Стәрлетамаҡ районында ла был аҙна «Сәләмәтлек поезы» эшләй башланы. Был хаҡта улар хаҡында урындағы фельдшерҙан белешә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: